Найти в Дзене
Жизнь обычного врача

Заман башҡорто.

“Телеңдән, милләтеңдән оялма!..”
Бөгөн халҡыбыҙ әүҙем урбанизация процессын кисерә. Совет осоронда һәм яңы быуат башына тиклем башҡорт башлыса ауылдарҙа йәшәһә, хәҙер күпләп ҡалаларҙа төпләнә. Киләсәгебеҙ булған урта быуын һәм йәштәр араһында был нисбәт бигерәк тә ҙур. Был шарттарҙа Өфөлә, миллионлыҡ баш ҡалабыҙҙа, миллелекте һаҡлап ҡала алырбыҙмы, әллә ололар башҡортлоҡто үҙҙәре менән мәңгелек

“Телеңдән, милләтеңдән оялма!..”

-2

Бөгөн халҡыбыҙ әүҙем урбанизация процессын кисерә. Совет осоронда һәм яңы быуат башына тиклем башҡорт башлыса ауылдарҙа йәшәһә, хәҙер күпләп ҡалаларҙа төпләнә. Киләсәгебеҙ булған урта быуын һәм йәштәр араһында был нисбәт бигерәк тә ҙур. Был шарттарҙа Өфөлә, миллионлыҡ баш ҡалабыҙҙа, миллелекте һаҡлап ҡала алырбыҙмы, әллә ололар башҡортлоҡто үҙҙәре менән мәңгелек йортҡа алып китерме? Ошо уйланыуҙар мине Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире Илдар Ришат улы Кәримов менән осрашыуға этәрҙе. Табиптың был мәсьәләгә ни ҡыҫылышы бар, тигән һорау тыуыр күптәрҙә. Яуап уның менән ҡорған әңгәмәне уҡыу барышында яйлап асылыр.

-3

- Илдар, әңгәмәне башлап, гәзит уҡыусыларҙы үҙең менән таныштырып үтһәң ине... 

- 1986 йылда Тула ҡалаһында тыуғанмын. Күп тә үтмәй, атай-әсәйем тыуған төйәктәренә, Мәсетле районының Айып ауылына, күсеп ҡайта. Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек. Бөтәбеҙ ҙә, башлы-күҙле булып, төрлө өлкәлә хеҙмәт итәбеҙ. Азалия һеңлем уҡытыусы һөнәрен һайланы, Йонос урта мәктәбендә тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара, кейәүебеҙ Айнур менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. Ринат ҡустым Мәсетле районы хакимиәтендә граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгес. Ҡатыны Наҙгөл менән бер ҡыҙ, бер малай тәрбиәләйҙәр. Физәлиә иһә бухгалтер һөнәрен һайланы. Вильнур кейәү – хәрби. Контракт менән Новороссийск ҡалаһында хеҙмәт итә, ғаиләһен дә үҙенең янына алған. Ике бала үҫтерәләр. Линар Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамаланы. Быйыл өйләнде, әле армия сафында. 

-4

Мин үҙем, башланғыс кластарҙы тыуған ауылымда тамлағас, уҡыуҙы дүрт саҡрымда ятҡан Әбдрәхим мәктәбендә дауам иттем. Ул араны, ҡар-ямғыр, ҡышҡы селлә тип тормай, йәйәүләп тә, ат ылауында ла, төрлө машина-тракторҙарға эләгеп тә үтә инек. Етенсе кластан һуң, ғәйәт ҙур конкурс үтеп, йөҙ бала араһынан икәүҙе генә һайлап алдылар, Өфөләге башҡорт-төрөк лицейына индем. Гел “5”-кә генә уҡыным, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа, предметтар олимпиадаларында ҡатнаша инем. Биологиянан республика буйынса өсөнсө урын алдым. Лицейҙы иһә көмөш миҙалға тамамланым. Тәүҙә биолог булырға уйлағайным, Зөмәрә апайыма рәхмәт, медицина юлынан китергә кәңәш бирҙе. 

-5

2012 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамланым. Үҙем белем алған вуз эргәһендәге клиникала анестезиолог-реаниматолог булып эшләй башланым. 2021 йылда Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенә күстем. Анестезияның бөтә алымдарын үҙләштерҙем, яһалма ҡан әйләнешен көйләү, бөйөр алмашы терапияһын үткәреү, мембран экстракорпораль оксигенация (ЭКМО) тип аталған тын етмәгәндә ҡанды кислород менән байытыу процедураһын эшләү тәжрибәләрем бар. Ҡала клиник перинаталь үҙәгенең анестезиология һәм реанимация бүлеген һәм трансфузион (ҡан биреү) кабинеттын етәкләйем. 

Альвина исемле Өфө һылыуы менән донъя ҡороп, бөгөнгө көндә өс ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ. Дианаға 14 йәш, 8-се синыфта уҡый, миңә оҡшап, биологияны үҙ итә, Өфө ҡала олимпиадаларында еңеүҙәре бар. Рианаға 10 йәш, ул да тик яҡшы билдәләргә өлгәшә. Кескәйебеҙ Лилиана әле балалар баҡсаһына йөрөй, уға 4 йәш. Ғаилә тормошобоҙ хәләл ефетем Альвина тирәһенә әйләнә, ул – донъябыҙ тотҡаһы. 

Атайым менән әсәйем тураһында айырым әйтеп үткем килә. Улар – беҙҙең, балаларының, ғорурлығы. Икәүһе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул заманда башҡаса булмағандыр ҙа. Атайым Ришат Шәкир улы - тәбиғәткә береккән кеше. Ул республикабыҙҙың Экология министрлығына ҡараған урындағы хайуандар донъяһын һаҡлау һәм файҙаланыу хеҙмәтенең әйҙәүсе белгес-эксперты булып 1989 йылдан алып эшләй, Мәсетле, Балаҡатай, Ҡыйғы райондары биләмәләрендә кейк хайуандар һағында тора. Лайыҡлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, “Һунарсылыҡ хужалығы отличнигы” знагы, алты тапҡыр Хайуандарҙы яҡлау фонды дипломы һәм “Урман рыцары” исеме менән баһаланды. Бүреләр ныҡ үрсеп киткән бер йылды ул ун һигеҙ йыртҡысты атып алды, “Иң оҫта бүре аулаусы” булып танылды. Атайым 2023 йылда алған республиканың “Атайҙар ҡаһарманлығы” йәмәғәт миҙалын, тормошомда ҡаҙанған иң юғары наградам, ти. 

Әсәйем Кәүсәриә Әбһәм ҡыҙы райондың Тайыш ауылында тыуып үҫкән. Атайым менән бер класта уҡыйҙар. Тулала йәшәгәндә ҡорал заводында токарь һөнәрен үҙләштерә. Күп баланы ҡарар кәрәк бит, күберәк беҙҙе ҡараны, йорт хужалығы менән булышты, фермала һауынсы булып та эшләне. “Әсәлек даны” миҙалы – әсәйемдең дә иң ҙур наградаһы. Етешһеҙ 90-сы йылдарҙа биш баланы аяҡҡа баҫтырыу, ысынлап та, оло ҡаһарманлыҡ бит ул. Былтыр әсәйемә алтмыш йәш тулды. 

-6

- Ауылға йыш ҡайтаһыңмы?

- Элек һирәгерәк ҡайта инем, хәҙер йышыраҡ йөрөргә тырышам. Эштән бушауы ҡыйын, әлбиттә, шулай ҙа айына бер тапҡыр булһа ла атай-әсәй янында булырға, тигән һүҙ әйткәнмен үҙемә. Улар бит олоғая, шуға хәҙер күрергә, аралашырға кәрәк. Аҙаҡтан, мәле үткәс, фотоларға ҡарап түгел. Иглинға, яҡын булғас, ҡайным менән ҡәйнәмдәргә аҙна һайын йөрөйбөҙ. 

Ҡырҡ йәш булһа ла, үҙеңде бала итеп тояһың. Юҡҡа әйтмәйҙәр бит, атай-әсәйең булғанда, һин – бала, тип. Инәйҙән (беҙҙә әсәйҙе, инәй, тиҙәр) һөйөлөп ҡалғы килә. Өфөгә кире киткәндә, ул ярты донъяһын тейәп ебәрергә әҙер. Юҡ, һыймай бит, ул тиклемде ашап та бөтөрә алмайбыҙ, тиһәң дә, сумка-сумка итен, һөт-ҡаймағын, башҡаһын сығара. Күңелен ҡыймайым тип, алаһың. Беҙҙең өсөн тырышалар бит. Әле лә өс һыйыр аҫрайҙар, бал ҡорттары тоталар, ҙур ергә баҡса сәсәләр. Мөмкинлек булғанда, бесән әҙерләргә, башҡа эштәрҙә ярҙам итергә тырышам.

-7

- Һине мин бик әүҙем кеше тип беләм. Спорт менән мауығаһың, сәйәхәттәр ҡылаһың, ҡурайҙа уйнайһың, яңы һөнәрҙәр үҙләштерәһең... 

- Спорт менән бала саҡтан мауығам. Аяҡҡа кейергә кеда булмаһа ла, малайҙар менән, атайымдың балыҡ тота торған ауын сәлдереп, килештереп ҡапҡа эшләп, йәшел үләндә футбол типтек. Күрше Әбдрәхим ауылында уҡығанда, ярыштарға үҙебеҙҙең команда менән сыға торғайныҡ. Һабантуйҙарҙа гел икенсе-өсөнсө урындарҙан төшмәнек. Үҙем капитан булдым. 

Өфөлә профессор Ирек Сафин иҫтәлегенә мини-футбол буйынса республика турниры үтә. Һуңғы биш-алты йылда унда даими ҡатнашырға тырышам. Иң уңышлы сығышыбыҙ дүртенсе урынға өлгәшеү булды.

-8

Йүгереү ауыл балаһы өсөн – тәбиғи күренеш. Йүгереп йөрөп ишек алдында эш эшләйһең, йүгереп йөрөп мал ҡайыраһың. Дүрт саҡрымда ятҡан күрше ауылдағы мәктәптән йыш ҡына малайҙар менән ярыша-ярыша йүгереп ҡайта торғайныҡ. Биш йыл элек күнекмәләргә ныҡлап тотондом. Өфө марафонында “алған” беренсе үрем 10 километр арауыҡ булды. Шунан ике йыл рәттән 21 саҡрымды йүгерҙем. Быйыл беренсе тапҡыр классик марафонды – 42 километрҙы – тулыһынса “алдым”. 18 октябрҙә “Өфө мәрйене” (“Уфимское ожерелье”) маршрутын – 63 саҡрым 300 метр араны – үттем. Һигеҙ сәғәт тә ун минут ваҡыт китте.  

Ҡышҡыһын саңғыға баҫам. Ярыштарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам. Былтыр, 10 саҡрым араға 3-сө спорт разряды нормативын үтәнем. Эшкә көн һайын велосипедта йөрөйөм. Бер осҡа өс километр сыға. 

-9

Ҡайҙа барһам да, үҙем менән ҡурай йөрөтәм. Тәбиғәттә, төрлө сараларҙа, ҡунаҡтарҙа мотлаҡ Салауат көйөн уйнайым. 27 ноябрҙә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Башҡортостан гимнын башҡарҙым. Был ниәтте әллә ҡасандан бирле хыялымда йөрөтә инем. 

Малай саҡта уҡ һыҙғыртып өйрәнгәйнем. Ауылыбыҙҙа бер генә ҡурайсы була торғайны, ул да инсульттан һуң уйнауын ташланы. Биш йыл элек, лицейҙа бергә уҡыған егеттәрҙән һорашып, ҡурайҙа өйрәткән Ирғәле Сәхей улы Байрамғолов менән таныштым. Ул Өфөнөң 5-се музыка мәктәбендә эшләй. Дәрестәренә йөрөй башланым. Ноталар станы буйынса өйрәтте уйнарға. Ваҡыт етмәй башлағас, интернет аша үҙ аллы шөғөлләндем. Һандарға күсерелгән ноталар ярҙамында күнекмәләр үттем. Хатта үҙем өсөн ун һигеҙ биттән торған методичка эшләп алдым. Уны баҫтырып сығарыу ниәте лә тыуҙы. Сөнки ҡурайҙа үҙаллы уйнарға өйрәнергә теләгән кеше интернетта баяғы һандар нотаһын бер урындан, композицияны икенсе урында эҙләргә мәжбүр. Үҙ тәжрибәм нигеҙендә уларҙы мин бер урынға йыйҙым. Әйтәйек, Шайморатов генерал көйөн алһаҡ, һандар менән уйымдарҙы асып-ябыу тәртибен бирәм һәм миҫал итеп уйнап та күрһәтәм. 

-10

Бер урында тормайым, йыл һайын медицинала яңы һөнәр үҙләштерәм. Функциональ диагностика табибына, психиатрға уҡып алдым. Махсус хәрби операция барған шарттарҙа психиатрия ярҙамына мохтаждар һаны арта, бер-ике йылдан был медицина ярҙамы бик актуаль буласаҡ. Инде ЭХО, УЗИ йүнәлештәрен өйрәнергә ниәтем. Үҙ клиникамды асыу – иң ҙур хыялым.  

Быларҙан башҡа юристҡа уҡыйым. Сөнки хәҙерге ваҡытта пациенттар экстремизмы киң тарала, табиптарға эшләүе аурлашҡандан ауырлаша бара. Пациенттар үҙҙәре лә йыш ҡына яҡлауға мохтаж. 

Юридик белем алыуға иһә үҙ тормошомда килеп тыуған сетерекле хәл этәрҙе. Үкенескә ҡаршы, күп балалы ғаиләмдең торлаҡҡа хоҡуҡтарын яҡлап өс йыл ҡала хакимиәте менән дәғүәләшергә тура килде. Ун ике йыл торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сиратта торҙом. Мәле килеп еткәйне, аҡсаның бәләкәй бер өлөшөн генә биреп, ҡалғанын бюджетҡа ҡайтарҙылар. Судтың бөтә инстанцияларын да үттем, адвокаттарға 350 мең һум самаһы аҡса түктем. Ҡайһы бер юридик коллизияны үҙемә сисергә тура килде. Шунда аңланым – был тормошта үҙең өсөн генә лә юрист булырға кәрәк. Аллаға шөкөр, йөрөүҙәрем бушҡа булманы, хәҙер фатирым бар. 

Сәйәхәткә килгәндә инде, һуңғы йылдарҙа башлыса Башҡортостанды гиҙәбеҙ. Сит илдәргә сығыуы бик ҡыйбатҡа төшә күмәгебеҙгә. Республикабыҙҙың барлыҡ матур урындарын да күререгә тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа Торатауҙа, Мораҙым тарлауығында булдыҡ, Турахан кәшәнәһен барып күрҙек, “Салауат ере” тарихи-мәҙәни комплексында, Дәүләкәндәге Әхиәр Хәкимов музейында булдыҡ.  

- Көслө милли рух, инглизсә иркен һөйләшеү, яңы белемгә ынтылыу, әүҙем һәм сәләмәт тормош рәүеше, күп балалы ғаилә башлығы, үҙ һөнәренең оҫтаһы – былар барыһы ла һиңә хас сифаттар. “Дөрөҫ” кеше булырға ынтылыуға нимә этәрә һине? 

- Һәр кем үҙенсә инде. Үҙ юлын үҙенсә һала. Кемдер ҡат-ҡат “Матрешка”ның иң төпкө эсенә инеп ултыра ла, бер кемде лә күрмәйем, бер кемде лә ишетмәйем, тип йәшәй. Икенселәр - уларҙың киреһе. Миңә, “выскочка”, тип тә әйткәндәре бар. Мин бит кемгәлер яҡшы күренер өсөн тырышмайым – барыһы ла үҙем өсөн, эске бер инаныуым ҡушыуы буйынса йәшәйем. Йыл башында үҙемә, шуны эшләргә, быны еңеп сығырға, нисек булырға, нимәгә өлгәшергә, тип бурыстар ҡуям, һүҙ бирәм. “Забег обещаний” тип атайым уны. Әйтеп үтеүемсә, быйыл марафон йүгерҙем. Әҙерләнмәнем түгел уға, әҙерләндем, шулай ҙа һуңғы ун километрҙы саҡ үттем, туҡтай-туҡтай, атлап йә имгәкләп тигәндәй. Аяғым ҡорошто, көҙән йыйырҙы. Барыбер финишҡа еттем. Ҡатыныма, башҡа дистанцияға сыҡмайым, тиһәм дә, тағы бер бейеклекте – 63 саҡрымдан ашыу “Өфө мәрйене” маршрутын “алдым”. Кеше - үҙ асылы менән, ҡомһоҙ зат бит ул. Шуның касафатылыр. Быныһы - юмор, әлбиттә. Шуны ла әйтергә кәрәк, алыҫ араға йүгереү ниндәйҙер ләззәт бирә, бәлки, үҙеңде еңеү тантанаһылыр. Стартта дүрт йөҙләп кеше баҫҡайны, финишҡа тик 65-е генә етте. Миллионлы Өфө һәм алты тиҫтә. Шул иҫәптән – мин дә! Ҡаҙаныштыр, тим. 

-11

Эйе, инглиз телен яҡшы беләм һәм ул миңә ныҡ ярҙам итә. Сөнки табип һөнәрендә, ғөмүмән, медицина өлкәһендә конкуренция көслө. Бүлек мөдире булараҡ та, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә белемемде даими камиллаштырып барырға тейешмен. Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлау тармағы яҡшы үҫешкән, шулай ҙа донъя ҡаҙаныштарын да күҙәтеп барыу кәрәк. Инглиз теле Көнбайыш илдәре асыштары менән ваҡытында танышырға ярҙам итә. Асылда, мин коллегаларымдан бер-ике аҙым алдараҡ барам. Онлайн форматта үткән йөрәк сирҙәре, гематология, акушерлыҡ һәм гинекология буйынса семинарҙарҙа даими ҡатнашам. Ошо йүнәлештәр буйынса халыҡ-ара берекмәләрҙә ағза булып торам. 

-12

Белемгә ынтылыш бала саҡтан киләлер ул, тип уйлайым. Башҡорт-төрөк лицейына ҙур конкурс аша үтеп килгәс, кире етенсе синыфҡа ултырҙым. Минеңсә, ҡайһы саҡ, бер аҙым артҡа сигеп, ике аҙым алға атлау отошлораҡ. Русса ла һөйләшә белмәгән ауыл малайы нисек итеп инглизсә барға дәрестәрҙе үҙләштерһен? Сәмләнеп, ҡаланан килгән иптәштәремдән ҡалмаҫҡа тырышып уҡыным. Әйткәйнем инде, гел яҡшы билдәләренә өлгәштем, предмет олимпиадаларында, конкурстарҙа ҡатнаштым. Бигерәк тә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, биология менән мауыҡтым. Ҡала кимәлендә еңеүҙәрем дә булды. Ул саҡта Өфөлә Бәләкәй Академия бар ине. Беҙ унда 9-10 синыфтарҙа, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен уҡып, анализдар менән сығыш яһаныҡ. Һуңғы эшем Яныбай Хамматовтың “Төньяҡ Амурҙары” һәм Ғайнан Хәйриҙең “Боролош” романдары буйынса булды. Бигерәк тә, “Урал батыр” эпосын ятлап алыуым һәм конкурстарҙа ҡатнашыуым дөрөҫ аҙым булғандыр. Текстарҙы тиҙ отоп алыу һәләтем асылды. Университетта уҡығанда, сәғәт ярым барған яҙма имтихандар ваҡытында, үҙемдекен тиҙ генә эшләп бөтәм дә, дүрт-биш кешегә билет яуаптарын яҙып бирә торғайным.

-13

Һәр кеше тормошонда кризис мәлдәре кисерә. Мин дә уларҙы үттем, яҙыҡ юлдан китә яҙҙым. Ҡатыным Альвинаға рәхмәт, упҡынға ҡолаған ерҙән йолоп алып ҡалды. Утыҙ биш йәштәр тирәһе ине, дөрөҫ йәшәмәйем бит, тигән уй башыма һуҡты һәм шул ғүмеремдәге ыңғай үҙгәрештәргә сәбәпсе булды. Ун йыл хеҙмәт түккән, уны яңынан тергеҙеү бәхете тейгән Медицина университеты эргәһендәге йөрәк сирҙәре киникаһынан киттем. Унда беҙ, эшләүҙән үҙебеҙ туҡтатҡан йөрәкте ҡулға алып, төрлө операциялар яһай инек. 

“Дөрөҫ” кеше булырға түгел, ә дөрөҫ йәшәргә ынтылам. Шул ғына.   

- “Телеңдән, милләтеңдән оялма! Онотма тамырҙарыңды!” - тип яҙып ҡуйғанһың Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә “Бәйләнештәр” селтәрендәге сәхифәңдә. Инглизсә яҡшы аралашаһың һәм ул һиңә өҫтәмә мөмкинлектәр аса. Ә бына туған башҡорт телен белеү эшеңдә, тормошоңда нисек сағыла?  

- Ғүмеремдең ошо миҙгеленә еткән минең өсөн иң үкенесле мәл – ҡыҙҙарыма туған телгә ҡарата дөрөҫ тәрбиә бирә алмауым. Эш тә, эш, тип байтаҡ ғүмер үтеп киткән. Хәҙер килеп, балаларым үҙ теленән ояла. Ошо хәл бигерәк тә эсте бошора. Һуңлап булһа ла, хатамды төҙәтергә тырышам хәҙер. Машинала йөрөгәндә “Юлдаш” радиоһын ҡуям, төрөктәрҙең тел өйрәтеү системаһындағы кеүек, әгәр, мәҫәлән, ҡыҙҙарымдың береһе шоколад һорай икән, мин башҡортса һүҙ яҙам да, уҡырға ҡушам. Дөрөҫ уҡый алмаһа, әйтәйек, “миңә”не “минә” тип уҡыһа, үтенесе үтәлмәй ҡала. Йә һүҙҙе дөрөҫ әйткәнсе ҡабатлай уны. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр булғылай. Интерактив таҡта һатып алдым. Шунда һүҙҙәр яҙып өйрәнәбеҙ. Баяғы төрөктәр көн һайын ун һүҙҙе ятлап алыу бурысы ҡуя торғайнылар беҙгә лицейҙа. Аҙна аҙағында кем иң күп һүҙ үҙләштерә, шул киноға бара, йә “кока-кола” кеүек приздарға лайыҡ була ине. Мин дә ошо системаны ҡулланырға тырышам. Өлкән ике ҡыҙымдың да банк картаһы бар, “премия”ны шунда күсерергә лә мөмкин бит. 

-14

Эштә коллегалар менән аралашыу, әлбиттә, русса. Райондарҙан килеп ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар үҙ телендә һөйләшергә ояла. Мин улар янына барып көлдөрөп, башҡортса йырлап, күҙҙәрен асып китәм. Элекке эшемдә ауырыуҙар күпселектә ауылдарҙан булды, бигерәк тә әбей-бабайҙар туған телде белгән табипҡа нығыраҡ ылыҡты. Ҡала дауаханаһы булғас, бында башлыса рус телле пациенттар. Хәҙер бит беҙҙә Урта Азия халыҡтары, әзербайжандар күп. Төрөксә лә белгәс, уларға яҡын телдә – йә башҡортса, йә төрөксә – өндәшһәм ҡыуанып китәләр. Табипҡа ышаныстары арта.     

- Батырыбыҙ Салауат һинең өсөн кем ул? “Салауат тураһында йыр һәр тарафта яңғыраһын”, тип тә яҙып ҡуйғанһың... 

- Батырыбыҙ Салауат - ысын башҡорт патриотының, үҙен башҡорт тип һанаған һәр кемдең кумиры. Совет осоронда тыуған быуын уның рухында тәрбиәләнде. Хәҙер, төрлө уйҙырмалар яҙып, һөйләп, кемдәр генә Салауаттың бәҫен төшөрөргә маташмаһын, ул минең өсөн – идеаль шәхес. Яуға күтәрелгәндә, уның аҙағы нимә менән бөтәсәген белгән бит ул. Шуға ҡарамай, йәш кенә булһа ла, ҡурҡмай алға барған. Шул уҡ ваҡытта батырыбыҙ – шағир ҙа. Ғөмүмән, ижадҡа ынтылыу көслө кешеләргә хас. Минең дә ҡурайым һәр саҡ янымда. Ҡайҙа барһам да иң элек Салауат көйөн уйнайым.   

- Һинең тормошоң 12 йәштән Өфө менән бәйле. Үҙеңде ысын ҡала кешеһе итеп тояһыңмы?

- Юҡ, мин үҙемде ауыл кешеһе итеп тоям һәм шулай булып ҡалам да. Әлбиттә, артҡа әйләнеп баҡһаң, ул малай бик йыраҡта тороп ҡалған. 

Ҡала нисек була һуң? Сағыштырып ҡараһаң, хәҙер ҡала менән ауылдың айырмаһы бик үк ҙур ҙа түгел. Ҡалала интернет, ауылда ла. Ауылда ғүмер буйы һыуҙы ташып эстеләр, хәҙер ул крандан аға, йыуынтыһы китеп тора. Тышҡа сығыу уңайлығы ла өйҙә, керҙе лә машинка йыуа. Торба газы килде, утын яғып аҙапланаһы түгел. 

Яҡшымы – яманмы, ауылда ла мөнәсәбәттәр аҡса менән баһалана башланы. Элекке шикелле ҙур эштәрҙе өмөләп атҡарыу онотола бара. Аҡса менән бесән сабалар, ташыйҙар, йорт күтәрәләр һәм башҡалар. Ғөмүмән, бында ла, тегендә лә – капитализм...  

- Ҡурайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Милли музыка ҡоралында эштә, ҡунаҡтарҙа, ял иткәндә уйнайһың. Тәбиғәткә сыҡҡанда уны мотлаҡ яңғыратыуың бер йолаға әүрелгән. Ҡулыңа ҡурай алғанда нимәләр кисерәһең?

- Эйе, уңайы килгәндә, ҡурайҙа уйнарға тырышам. Бөтәһе лә бит профессиональ ҡурайсыларҙы тыңламай. Көй сығара башлаһаң, үҙең кинәнес алаһың. Остазым Ирғәле Сәхи улы, беренсе көйҙө өйрәнһәң, артабан үҙе килә ул, тигәйне. Ысынлап та, шулай. Сит ил студенттарына лекция бирерҙән алда уларға ҡурайҙа Башҡортостан гимнын, Салауат көйөн уйнап ишеттерҙем. Мин – башҡорт, һәм башҡортлоғомдо иң элек ҡурай аша еткерергә теләйем. 

-15

Ҡурай минең өсөн ул – ял минуттары ла (заманса әйткәндә – релаксация), хис-тойғолар менән уртаҡлашыу ҡоралы ла. Тәбиғи ҡурай эшләй башланым. Һорай торғас, атайым ҡырҙан егерме ҡурай алып ҡайтып бирҙе быйыл. Беҙҙең яҡта ул һирәк осрай. Өс урынды тапҡан. Алып барып күрһәтергә вәғәҙә бирҙе. 

- Ғаиләлә өс бала. Һин - табиб-анестезиолог, йыш ҡына төнгө дежурҙар. Шул уҡ мәлдә өҫтәмә уҡыу, төрлө мауығыуҙар, сәйәхәттәр... Ҡайҙан ваҡыт табаһың? Көн тәртибен алдан билдәләп ҡуяһыңмы? Ғаилә башлығы, атай бурыстары икенсе планға ҡалмаймы? 

- Үкенескә ҡаршы, балаларға күп ваҡыт бүлә алмайым. Иртән етелә сығып китәм. Әле, мәҫәлән, смена, дежур менән бергә утыҙ ике сәғәт эшләп, саҡ бушаным. Иртәгә тағы ошондай уҡ эш графигы. Өлкән ҡыҙым Диана көнө-төнө китап менән ултыра, барыһын да аңлап ҡабул итә. Риана әле балалыҡтан сыҡмаған, артыҡ көсөргәнеп уҡымай. Бәләкәсебеҙҙе, Лилиананы, гел үҙем менән алып йөрөргә тырышам. Һуңғы тапҡыр ауылға ла бергә ҡайттыҡ. Уға наҙ күберәк эләгә. Хәллә ефетем Альвинаға лә, әлбиттә, иғтибар етмәй. Эштән һуң йүгерергә сығып китәм, тағы дүрт-биш сәғәткә юғалам. Өйҙәгеләр борсола. Шуға ял көндәрен, эштән буш булһам, егеттәр футбол уйнарға сығып киткәндә лә, ғаилә менән үткәрергә тырышам. Миңә әйтәләр ул, нисек барыһына ла етешәһең, тип. Бар нәмәгә лә етешеп булмай шул, етешһәм, бик ҡыуаныр инем дә. Шулай ҙа маҡсаттарымды тормошҡа ашырырға тырышам. Мине аңлауына ҡатыныма сикһеҙ рәхмәтлемен. Ялымды, отпускамды көтөп кенә торалар. Яңыраҡ ҡына аквапаркта булдыҡ. Сит илдәргә лә йөрөнөк, хәҙер фатирға ремонт эшләткәс, сәйәхәтте Башҡортостан менән сикләп торҙоҡ. Юрғанды аяҡҡа ҡарап һуҙыу, тигәнде балаларға төшөндөрөргә тырышам. Бер нәмә лә күктән төшмәй, хеҙмәт менән табыла – шуны белеп үҫергә тейештәр. Уңыштарын баһалап, иҫәптәренә “бонус” аҡсаһы һалам, ә инде тейешлене эшләмәһәләр “санкция” ла индерәм, бер-ике көнгә карталарына блок ҡуям.  

-16

Риана биология менән етди шөғөлләнә, мин уға был фән буйынса һәр яҡлап ярҙам итәм. Инглиз теле буйынса ла күп саҡта бергә шөғөлләнәбеҙ. 

- Һөйләшеүҙе йомғаҡлап, бөгөнгө ҡала башҡорто портретын нисек һүрәтләр инең... Миллионлы ҡалала башҡорт булып ҡалыу мөмкинме ул? 

-17

- Миллионлы ҡалала башҡорт булып ҡалырға мөмкин, минеңсә. Тик беҙҙең халыҡ бигерәк баҫалҡы. Мин, тип алға сығып бармай. Телдән оялыу ҙа бар. Үҙемдең эргә-тирәләге башҡорттар миҫалынан сығып әйтәм быны. Рухлы егет-ҡыҙҙар бик күп, тик улар үҙҙәрен күрһәтеп бармай. Лицейҙа бергә уҡыған Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла малайҙары ҡандай ажар ине. Бәхәс ҡора инек, ҡайҙа ысын башҡорттар йәшәй, тип. Баймаҡта, Бөрйәндә, тиҙәр, ә мин, Салауат ҡайҙа тыуған һуң, тимәк, беҙҙә ысын башҡорт, тип ныҡышам. Ошо егеттәр баҫылды, тауыштары бөтөнләй сыҡмай. Әүҙемдәр иҫәбендә Айнур Ғүмәровты, химия буйынса донъя чемпиондары әҙерләгән синыфташымды, әйтә алам. Милләтебеҙ менән ғорурланыр сәбәптәр күп. Тарихыбыҙҙы ғына алайыҡ, тағы ҡайһы халыҡтың шундай шанлы ла, данлы ла үткәне бар? Бөгөн “Әй Йола” бөтөн донъяға танылды. Төркөмдөң йырсыһы Әҙиләне үҙемдең ҡыҙҙарыма өлгө итеп ҡуям, ана, ҡарағыҙ, урыҫ телле булһа ла, башҡортса ҡайһылай матур йырлай, тим. 

Үҙ телебеҙҙә һөйләшһәк, интернет селтәрҙәрендә үҙебеҙсә аралашһаҡ, миллионлы Өфөлә лә башҡорт булып ҡалырбыҙ, тигән ышаныстамын. 

Шулай итеп... Ҡайҙа йәшәүеңә ҡарамай, милли йөҙөңдө һаҡлап ҡалырға мөмкин. Быға миҫал һәм күптәргә өлгө – әйле ырыуы башҡорто, табип Илдар Ришат улы Кәримов. 

-18

Рәсүл Байгилдин әңгәмәләште.