Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «Тура бәйләнеш» матбуғат конференцияһында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто медиа директоры Марсель Байдәүләтов, БСТ телеканалы хеҙмәткәре Илдар Байбулатов, «Башинформ» хәбәрсеһе Ләйсән Закирова һәм «Әбйәлил» гәзите мөхәррире Таңсулпан Йомағужина ҡатнашасаҡ. "Тура бәйләнеш" бөгөн, 19 декабрҙә, Мәскәү ваҡыты менән 12.00 сәғәттә башлана.