Заманса УЗИ-аппарат Асҡын үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһын тулыландырҙы, тип хәбәр иттеләр төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уны «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты (национальный проект «Продолжительная и активная жизнь») булышлығында һатып алғандар. Прибор медицинаның төрлө өлкәләрендә юғары аныҡлыҡта тикшереүҙәр үткәреү өсөн тәғәйенләнгән. Ул ауырыуҙарҙы диагностикалау, ағзаларҙың һәм туҡымаларҙың торошон баһалау өсөн ҡулланыла. Аппарат портатив. Был уны стационар учреждениеларҙа, шулай уҡ ситтән тороп файҙаланыу мөмкинлеге бирә. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты – граждандарҙың оҙаҡ йәшәү күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын - 78, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу күҙаллана. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortosta