Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ғаризалар ике тапҡыр күберәк булды

2025 йылда “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсына ике тапҡырға тиерлек күберәк ғариза килде. Уларҙың һаны 159 булды. Журналистика конкурсы өсөн был рекорд, тип билдәләне Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. - Башҡортостанда был төп тармаҡ конкурсы. Приз фонды ҙур: 20 еңеүсенең һәр береһе 300 мең һум күләмендә премия ала. 2026 йылда ғаризалар һаны тағы ла артыуы ла ғәжәп булмаҫ. Иң ҙур конкурс “Ҡаһарманлыҡ” һәм “Һиҙгер йөрәк” номинацияларына булды. Уларға 40 һәм 48 ғариза тапшырылды. Әлбиттә, был журналистар өсөн бик яҡшы мотивация. Быйыл бүләкләү тантанаһында яңы йола барлыҡҡа килде: хәҙер Башҡортостан Башлығы премияһы лауреаттарының исемдәре махсус китапҡа индерелә бара. Наградаға лайыҡ булған һәр еңеүсе үҙенең исеме эргәһенә ҡултамғаһын ҡуя. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” Башҡортостан Башлығының быйылғы премияларын тапшырып, конкурстың журналистарҙы яңы бейеклектәргә этәр
Оглавление
    Ғаризалар ике тапҡыр күберәк булды
Ғаризалар ике тапҡыр күберәк булды

Ғаризалар ике тапҡыр күберәк булды

Башҡортостан Башлығы премияһына конкурс ҡыҙыу барҙы.

2025 йылда “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсына ике тапҡырға тиерлек күберәк ғариза килде. Уларҙың һаны 159 булды. Журналистика конкурсы өсөн был рекорд, тип билдәләне Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.

- Башҡортостанда был төп тармаҡ конкурсы. Приз фонды ҙур: 20 еңеүсенең һәр береһе 300 мең һум күләмендә премия ала. 2026 йылда ғаризалар һаны тағы ла артыуы ла ғәжәп булмаҫ. Иң ҙур конкурс “Ҡаһарманлыҡ” һәм “Һиҙгер йөрәк” номинацияларына булды. Уларға 40 һәм 48 ғариза тапшырылды. Әлбиттә, был журналистар өсөн бик яҡшы мотивация.

Быйыл бүләкләү тантанаһында яңы йола барлыҡҡа килде: хәҙер Башҡортостан Башлығы премияһы лауреаттарының исемдәре махсус китапҡа индерелә бара. Наградаға лайыҡ булған һәр еңеүсе үҙенең исеме эргәһенә ҡултамғаһын ҡуя.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” Башҡортостан Башлығының быйылғы премияларын тапшырып, конкурстың журналистарҙы яңы бейеклектәргә этәреүе өсөн булдырылыуын билдәләне.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.