Рәсәй Федерацияһының Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев журналистика өлкәһендәге “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” тип аталған Башҡортостан Башлығы премияһының быйылғы һөҙөмтәләрен барлап, республика етәкселеге һәм киң мәғлүмәт сараларының алдынғы үҙ-ара бәйләнеш тәжрибәһен билдәләне: – Өфөлә йыш булам. Радий Хәбиров журналистика өлкәһендә “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсын иғлан иткән сарала мин дә ҡатнаштым. Күптән түгел йәнә Өфөлә Башҡортостандың Журналистар союзы съезында булырға тура килде. Унда сығыш яһап, Радий Фәрит улына журналистар йәмәғәтселеге исеменән киң мәғлүмәт сараларына дөрөҫ мөнәсәбәте өсөн рәхмәтемде белдерҙем, сөнки республика етәкселеге һәм киң мәғлүмәт саралары араһындағы үҙ-ара бәйләнеш буйынса Башҡортостан күп нәмәлә алдынғылыҡты биләй. Бик күп баҫма киң мәғлүмәт саралары эшләй, улар өлкәндәр өсөн генә түгел, йәштәр, балалар өсөн дә хеҙмәт итә. Телеканалдар бар, һәләтле журналистар әүҙем рәүештә фронтҡа юллана, репортаждар әҙерләй, конкурст
Башҡортостан власы һәм журналистарҙың маҡсаттары уртаҡ
18 декабря 202518 дек 2025
1 мин