“Яңы йылды нисек ҡаршылаһаң, йылың да шулай үтер”, тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Һәр кем байрвмды күтәренке кәйеф, яҡты өмөттәр менән ҡаршыларға ынтыла. Өйҙәрен байрамса биҙәп, мул табын әҙерләп, ҡупшы күлдәктәрен кейеп ҡаршыларға ғәҙәтләнгән хужабикәләр яңы йылды. Йондоҙнамә Утлы Йылҡы йылын ниндәй фасондағы, ниндәй төҫтәге, ниндәй туҡыманан тегелгән күлдәктә ҡаршыларға тәҡдим итә? Әйҙәгеҙ, бергәләп һайлайыҡ! 2026 йылдың символы – Ҡыҙыл Утлы Йылҡы. Тимәк, атаманан күренеүенсә, ниндәй төҫтөң хакимлыҡ итеүе билдәле. Ҡыҙыл төҫ ут, энергия, дәрт, шатлыҡ, уңыш һәм тормоштоң сәскә атыуын символлаштыра. Ул яуыз рухты ҡурҡыта һәм бәхетте үҙенә ылыҡтыра. Алһыу йәки сейә төҫ аҡ тәнле һәм һоро күҙлеләргә, ә асыҡ ҡыҙыл төҫ ҡуңыр һәм йәшел күҙлеләргә килешә. Ҡыҙыл төҫ тотош йылға ҡеүәтле, ынтылышлы һәм бәхетле йүнәлеш бирәсәк. Алтын һәм һары төҫтәр ялҡын, ҡояш, байлыҡ, уңыш һәм зиннәтте символлаштыра. Улар Йылҡы йылының төп төҫө менән ҡушылып, байрам кәйефен тыуҙыра, был иң отошло һәм уңайлы вариан