Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ишембай районында яңы амбулатория асылды

Ишембай районының Яңы Әптек ауылында яңы амбулатория файҙаланыуға тапшырылды. Учреждение “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) буйынса төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Ул Яңы Әптек, Һайран, Арлар, Биксән, Кесе Мәҡсүт, Әптек һәм башҡа ауылдарҙа йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Ғөмүмән, ике меңдән ашыу кешене. – Табип амбулаторияһын асыу — медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, бөтә урындағы халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға, сөнки ул медицина ярҙамы күрһәтеүҙең уңайлылығын арттыра”, – тип билдәләне табип-терапевт Әлфиә Ноғоманова. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың ғүмерен оҙайтыуҙа яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла. Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы ками
Оглавление
    Ишембай районында яңы амбулатория асылды
Ишембай районында яңы амбулатория асылды

Ишембай районында яңы амбулатория асылды

Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған

Ишембай районының Яңы Әптек ауылында яңы амбулатория файҙаланыуға тапшырылды. Учреждение “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) буйынса төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Ул Яңы Әптек, Һайран, Арлар, Биксән, Кесе Мәҡсүт, Әптек һәм башҡа ауылдарҙа йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Ғөмүмән, ике меңдән ашыу кешене.

– Табип амбулаторияһын асыу — медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә, бөтә урындағы халыҡ өсөн дә мөһим ваҡиға, сөнки ул медицина ярҙамы күрһәтеүҙең уңайлылығын арттыра”, – тип билдәләне табип-терапевт Әлфиә Ноғоманова.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың ғүмерен оҙайтыуҙа яңы күрһәткестәренә өлгәшеү. 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Милли проект ярҙамында медицина учреждениелары яңыртыла, реабилитация системаһы камиллаштырыла, милли тикшеренеү үҙәктәре селтәре үҫешә, һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу буйынса эш алып барыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: gtrkrb.ru.