Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Медицина ярҙамы яҡыная

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы дөйөм практика табибы офисы асылды. Яңы модулле бина заман талаптарына һәм стандарттарға яуап бирә, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың яҡшы шарттарҙа эшләүе өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бында дөйөм практика табибы, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, көндөҙгө стационар бүлексәһе урынлаштырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылыуы уңайлы. Медицина ярҙамынан офиста Ишбирҙе, Йомаш, Йылым, БөрйәнЙылға, Крепостной Йылайыр ауылдары халҡы, барлығы 1500 кеше файҙаланасаҡ. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан
Оглавление
    Медицина ярҙамы яҡыная
Медицина ярҙамы яҡыная

Медицина ярҙамы яҡыная

Медицина ярҙамынан дөйөм практика табибы офисында барлығы 1500 кеше файҙаланасаҡ

Баймаҡ районының Юлыҡ ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, яңы дөйөм практика табибы офисы асылды.

Яңы модулле бина заман талаптарына һәм стандарттарға яуап бирә, халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың яҡшы шарттарҙа эшләүе өсөн тейешле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Бында дөйөм практика табибы, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, көндөҙгө стационар бүлексәһе урынлаштырылған. Өлкәндәр һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылыуы уңайлы.

Медицина ярҙамынан офиста Ишбирҙе, Йомаш, Йылым, БөрйәнЙылға, Крепостной Йылайыр ауылдары халҡы, барлығы 1500 кеше файҙаланасаҡ.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.