Үҙегеҙ яратып эшләгән, ғаиләгеҙ маҡтап ашаған салаттарҙы байрам өҫтәленә үҙенсәлекле итеп бирергә мөмкин. Мәҫәлән, һәр хужабикә белгән “Мимоза”, “Гранатлы беләҙек” кеүек салаттарҙы Яңы йыл байрамына тура килтереп, шыршы, уйынсыҡ шар рәүешендә эшләп ҡарағыҙ – өҫтәлгә шунда уҡ байрамса биҙәк өҫтәлер. Һеҙҙең иғтибарға еңел генә салат рецепттары тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы ла үҙ фантазияғыҙҙы эшкә егеп, үҙенсәлекле итеп биҙәй алаһығыҙ. “Көнбағыш” салаты 300 грамм тауыҡ итен бешереп турарға һәм тәрилкәгә йәйеп һалырға. Икенсе ҡатҡа 300 грамм тирәһе бәшмәкте майҙа ҡыҙҙырып һалырға (шампиньон яҡшыраҡ була). Киләһе ҡат – ҡырғыс аша үткәрелгән өс йомортҡа. Уның өҫтөнә 100 грамм тирәһе ҡаты сыр һалырға. Һәр бер ҡат араһын майонез менән һылап барырға кәрәк. Артабан инде өҫтөнә йомортҡа һарыһы һибеп, зәйтүн емеше менән биҙәргә, көнбағыш сәскәһенә оҡшатып, ситенән чипсы менән уратып алырға ғына ҡала. Француз салаты Был салат өсөн бер алма, бер кишер, ике йомортҡа, 30 грамм ҡаты сыр, 30 грамм башлы һуған,