Бала сағы Ҡотош ауылында күп балалы ғаиләлә, дини белемгә эйә яҡындары янында үтә. “Беҙҙе иркәләп үҫтермәнеләр, бәләкәйҙән эшләп өйрәндек. Көйәнтәләп һыу ташый, йылға буйына төшөп кер йыуа, усаҡ яғып ашарға әҙерләй инек. Ул заманда йәй эҫе, ҡышы сатнама һалҡын, ҡар-буранға бай, ә күңелдәребеҙ изгелеккә тулы булды. Һәр йортта унлап бала тәрбиәләнде. Ололар эшләне, беҙҙе дауалап, ауырый тип ҡосаҡлап ултырыусы булманы. Яҙғыһын ҡар һыуы аға башлау менән ҡымыҙлыҡ, һарына, ҡаҡы йыйырға яланға сығыр инек. Атайым колхозлашыу осоронда, унан һуң да төрлө эштә йөрөнө.Әсәйем аш-һыуға оҫта булды, колхозсыларға мейес тултырып икмәк бешерҙе. 5-се класты тамамлағас, кейем булмау сәбәпле, артабан уҡыманым. Бәләкәйҙән кәүҙәгә сибек инем, шуға ҡарамаҫтан колхоз эшенән ҡалманым: мал аҙығы әҙерләүҙә лә ҡатнаштым,, фермала ла эшләнем. Нисәнсе йыл икәнен хәтерләмәйем, аяғым шеште лә, атлай алмай, аяҡтан ҡалдым. Яңы ғына хеҙмәттән ҡайтҡан Зиннәтулла ағайым тау башында үҫкән (аҡһырсаҡ тип хәтерләйем) үләнд
Донъя утта яндырып, һалҡында туңдырып сыныҡтырҙы
18 декабря18 дек
2 мин