Башҡортостанда ашығыс рәүештә насар һауа торошо хаҡында иҫкәрттеләр. Мәғлүмәтте ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында бирҙеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 18 декабрҙә, төбәк биләмәһендә аяҙлы-болотло буласаҡ, бер аҙ ҡар яуасаҡ, урыны менән боҙлауыҡ һәм боҙло ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан фаразлана, көндөҙ урыны менән секундына 14 метр тиҙлектә иҫеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә -10,-15 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -16,-21 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ термометр бағанаһы -3,-8 градус күрһәтәсәк. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал, күреү мөмкинлеге 1-2 километр. Фото: "Башинформ". Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!