▶️ Башҡортостанда янғын талаптарына яуап бирмәгән обьекттарҙа күләмле саралар үткәреү тыйыла. Ошо турала республика Хөкүмәтенең айырым Күрһәтмәһендә әйтелә. Министрҙар кабинеты тарафынан имзаланған документ маҡсаты – байрам осоронда ут сығыу осраҡтарын мөмкин тиклем кәметеү. Режим 31-се декабрҙән киләһе йылдың 11-се ғинуарына тиклем ғәмәлдә. Ҡағиҙәләрҙе инҡар иткән осраҡта штраф суммаһы 2 тапҡырға арттырыла. Бөгөнгө һүҙебеҙ тап янғындарға бәйле булыр. Студия ҡунағы — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».