Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Танһыҡҡа – тоҙланған кәбеҫтә!

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы хужабикәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы улар яугирҙәр өсөн кәбеҫтә тоҙларға булды. Тоҙланған кәбеҫтәнең витаминдарға һәм минералдарға бай булыуы, иммунитетты нығытыуы, файҙалы бактериялар барлыҡҡа килтереүе билдәле. Ауыл мәҙәниәт йортонда һәм китапханала был күмәк эш ойошторолдо. Ләлә Харрасова етәкселегендә яугирҙәр өсөн бик тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләнде. Күңел һалып, ҙур теләк менән әҙерләнгән күстәнәстәр Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә көс-дәрт бирер, тип өмөтләнә ҡатын-ҡыҙҙар. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Фото: “Кугарчинские вести” гәзите.
Оглавление
    Танһыҡҡа – тоҙланған кәбеҫтә!
Танһыҡҡа – тоҙланған кәбеҫтә!

Танһыҡҡа – тоҙланған кәбеҫтә!

Күңел һалып, ҙур теләк менән әҙерләнгән күстәнәстәр Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә көс-дәрт бирер, тип өмөтләнә ҡатын-ҡыҙҙар

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылы хужабикәләре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы улар яугирҙәр өсөн кәбеҫтә тоҙларға булды.

Тоҙланған кәбеҫтәнең витаминдарға һәм минералдарға бай булыуы, иммунитетты нығытыуы, файҙалы бактериялар барлыҡҡа килтереүе билдәле.

Ауыл мәҙәниәт йортонда һәм китапханала был күмәк эш ойошторолдо. Ләлә Харрасова етәкселегендә яугирҙәр өсөн бик тәмле һәм файҙалы аҙыҡ әҙерләнде. Күңел һалып, ҙур теләк менән әҙерләнгән күстәнәстәр Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә көс-дәрт бирер, тип өмөтләнә ҡатын-ҡыҙҙар.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Фото: “Кугарчинские вести” гәзите.