Найти в Дзене

МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды

Дәүләт Думаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында дүрт закон ҡабул итте. Төп үҙгәрештәрҙең береһе хәрби-табип комиссияһына барыуға ҡағыла: хәҙер дәүләт хәрби хеҙмәткәрҙең үҙенә генә түгел, уның ике яҡын туғанына ла юл сығымдарын түләй. Был социаль ярҙам сараһы кәрәкле процедуралар үтеүҙе ярайһы уҡ еңелләштерәсәк. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бәлиғ булмаған балаларына льготалар биреү тәртибе аныҡланды. Мәктәпте тамамлағандан һуң улар үҙ хоҡуҡтарын 1 сентябргә тиклем һаҡлап ҡаласаҡ, был документтар әҙерләүҙе һәм уҡырға инеүгә әҙерлекте тыныс шарттарҙа тамамларға мөмкинлек бирәсәк. Етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусылар торлаҡ менән тәү сиратта тәьмин ителәсәк. Фатир йәки торлаҡ сертификаты алыуға сиратһыҙ хоҡуғы булыусылар исемлеге лә киңәйтелгән: хәҙер уның менән бәлиғ йәштәге инвалид-бала тәрбиәләгән МХО яугирҙәре һәм яраланғандан һуң да контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән хәрбиҙәр ҡуллана ала. Белеүебеҙсә, Башҡортост
Оглавление
    МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды
МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды

МХО яугирҙәренә тәғәйен өҫтәмә хоҡуҡтар раҫланды

Дәүләт Думаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында дүрт закон ҡабул итте.

Дәүләт Думаһы МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтеү тураһында дүрт закон ҡабул итте.

Төп үҙгәрештәрҙең береһе хәрби-табип комиссияһына барыуға ҡағыла: хәҙер дәүләт хәрби хеҙмәткәрҙең үҙенә генә түгел, уның ике яҡын туғанына ла юл сығымдарын түләй. Был социаль ярҙам сараһы кәрәкле процедуралар үтеүҙе ярайһы уҡ еңелләштерәсәк.

МХО-ла ҡатнашыусыларҙың бәлиғ булмаған балаларына льготалар биреү тәртибе аныҡланды. Мәктәпте тамамлағандан һуң улар үҙ хоҡуҡтарын 1 сентябргә тиклем һаҡлап ҡаласаҡ, был документтар әҙерләүҙе һәм уҡырға инеүгә әҙерлекте тыныс шарттарҙа тамамларға мөмкинлек бирәсәк.

Етем бала статусына эйә булған МХО-ла ҡатнашыусылар торлаҡ менән тәү сиратта тәьмин ителәсәк. Фатир йәки торлаҡ сертификаты алыуға сиратһыҙ хоҡуғы булыусылар исемлеге лә киңәйтелгән: хәҙер уның менән бәлиғ йәштәге инвалид-бала тәрбиәләгән МХО яугирҙәре һәм яраланғандан һуң да контракт буйынса хеҙмәтен дауам итергә ҡарар иткән хәрбиҙәр ҡуллана ала.

Белеүебеҙсә, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, шулай уҡ уларҙың ғаиләләренә 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Улар иҫәбенә белем биреү һәм дауалау, шулай уҡ хәрби операциянан ҡайтҡан ир-егеттәрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙы реабилитациялау мәсьәләләре инә. Ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерелде.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа МХО яугирҙәренә эшкә урынлашҡанда квота булдырыуға бәйле закон проекты ҡаралды.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!