Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Йәмәғәт биләмәләре сәғәте”н үткәрҙе, Унда республика ауыл һәм ҡалаларын төҙөкләндереү мәсьәләләре тикшерелде. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирина Голованова әйтеүенсә, 2019 йылдан алып “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса Башҡортостанда 806 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Быйыл ошо эш “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы дауам итә. 2030 йылға саҡлы бөтәһе 930 йәмәғәт биләмәһен тәртипкә килтереү планлаштырыла. Ниндәй объектты төҙөкләндереү мәсьәләһе Бөтә Рәсәй тауыш бире-һөҙөмтәһендә билдәләнә. Ул “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон форматта башҡарыла. Быйыл республиканың 770 мең кешеһе ошо һайлап алыуҙа ҡатнашты һәм 144 биләмә өсөн тауыш бирҙе, улар 2026 йылғы төҙөкләндереү программаһына индерелде. Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфө урамдарын яңыртыу мәсьәләһе лә ҡаралды. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, быйыл баш ҡалала һигеҙ урамда тротуарҙар алмаштырылған, бөт