– кәңәш алып йөрөгөҙ; кесене кесе итегеҙ – кәңәш биреп йөрөгөҙ" исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте. Һөйләшеүҙең тәүге өлөшөн Билал ауыл китапханасыһы Райхана Булатова алып барҙы. Рәшиҙә Хәйҙәрова менән берлектә килгән уҡыусыларға төрлө йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәлдәрҙе дауам ит уйынында ҡатнаштылар, төрлө һорауҙарға яуап таптылар. Икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр рәйесе Фәһимә Һибәтуллина һөйләшеүҙе дауам итте. Фәриҙә Асҡарова, Гөлшат Йәрмөхәмәтова, Гөлгөнә Асҡарова, Рәмилә Әминева уҡыусылар өсөн төрлө өгөт-нәсихәттәр әйтте. Ағинәйҙәр боронғо әйберҙәр менән таныштырҙы. Уҡыусылар ағинәйҙәрҙең бай күргәҙмәһенә байҡау яһаны. Нимә генә юҡ бында, боронғо еҙ таҫтар, батмустар, ярма төйөр өсөн киле, шәмдәр...
Һәмән ағинәй йортонда Башҡорт теле көнөнә ҡарата "Олоно оло итегеҙ
16 декабря 202516 дек 2025
~1 мин