“Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары Владимир Якушев билдәләүенсә, МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн бөтә кәрәкле эштәр башҡарылған: Юғары партия мәктәбе майҙансығында бер нисә ҙур белем биреү трегы әҙерләнгән, бөтә кимәлдәрҙә лә - административ үҙәктең, муниципалитеттың, төбәктең закондар сығарыу йыйылышында остазлыҡ институты индерелгән. – Президент алдыбыҙға ҡуйған төп бурыстарҙың береһе - 2025 йылда үткәрелгән һайлау кампанияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыуы. Берҙәм тауыш биреү көнө-2025 йомғаҡтары буйынса 890 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мандат алды. Үткән йылда - 304 мандат. Үҫеш бар, - тине Владимир Якушев. Мәҫәлән, Башҡортостанда партиянан 10 МХО ҡатнашыусыһы урындағы үҙидара органдары депутаты итеп һайланды. Партияның Генераль советы секретары һүҙҙәренсә, бөгөнгө көндә төп бурыс – 2026 йылдағы Берҙәм тауыш биреү көнө. Тағы бер бурыс – “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһын Президенттың милли маҡсаттар тураһындағы указына һә