Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда вахтасыларҙы алып китеп барған автобус ауған

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Воробьев ауылы янында тимер юл аша сыҡҡан урынында Туймазы – Галаново ҡасабаһы маршруты буйынса хәрәкәт иткән “Мерседес” вахта автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Билдәле булыуынса, 1970 йылғы автобус водителе һулға боролғанда идараны юғалта һәм алғы күсәрҙең шыуып китеүенә юл ҡуя, һөҙөмтәлә транспорт электр бағанаһына бәрелә һәм ауа. Ваҡиға мәлендә автобуста 16 пассажир булған. Ике пассажирҙы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханаға оҙатҡандар. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Аварияның бөтә сәбәптәре асыҡлана. Фото: @V_Sevastyanov.
Оглавление
    Башҡортостанда вахтасыларҙы алып китеп барған автобус ауған
Башҡортостанда вахтасыларҙы алып китеп барған автобус ауған

Башҡортостанда вахтасыларҙы алып китеп барған автобус ауған

Автобуста 16 пассажир булған... Зыян күреүселәр бар

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Воробьев ауылы янында тимер юл аша сыҡҡан урынында Туймазы – Галаново ҡасабаһы маршруты буйынса хәрәкәт иткән “Мерседес” вахта автобусы ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы булған.

Билдәле булыуынса, 1970 йылғы автобус водителе һулға боролғанда идараны юғалта һәм алғы күсәрҙең шыуып китеүенә юл ҡуя, һөҙөмтәлә транспорт электр бағанаһына бәрелә һәм ауа.

Ваҡиға мәлендә автобуста 16 пассажир булған. Ике пассажирҙы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн дауаханаға оҙатҡандар.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Аварияның бөтә сәбәптәре асыҡлана.

Фото: @V_Sevastyanov.