Һәр кемдең “ожмах баҡсаһы” булһын
"Йылҡы йылы хужалары сая, тәүәккәл, уйлағанын йәһәт тормошҡа ашыра. Хәрәкәтсәнлек, үҙаллылыҡ, әүҙемлек – уға хас сифаттар. Тормош иптәшем Йондоҙнамә буйынса Эт йылында тыуған . Ә ат менән эт – бер-береһенә ғүмер буйы терәк, тотороҡлоҡ берлеге".
Баҙнатһыҙҙарға ҡыйыу аҙымдар яһарға ҡулайлы ваҡыт
Беҙ оҙаҡламай көнсығыш календаре буйынса Ҡыҙыл Утлы Йылҡы билдәһе аҫтында үтеүсе 2026 йылды ҡаршылаясаҡбыҙ. Йондоҙнамәгә ышанһаҡ- ышанмаһаҡ та, беҙ юғары тиҙлек, яңырыу, көслө дәрт билдәһе аҫтында үтәсәк йылға ҙур өмөттәр бағлап, уның ғәҙәттәгенән уңышлыраҡ, сағыуыраҡ, көтөлмәгән шатлыҡтарға йомартыраҡ булыуына ышанабыҙ. Эйе, кеше киләсәккә ышанысһыҙ, ынтылышһыҙ һәм хыялдарһыҙ йәшәй алмай.
Утлы Йылҡы йылы, астрологтар әйтеүенсә, алтмыш йылға бер тапҡыр тура килә. Тимәк, уның үҙенсәлекле булыуына, яҡтыраҡ, асығыраҡ, рәхимлерәк булыуына өмөт бар. Йылҡы йылы хужалары үҙҙәре был хаҡта нимә уйлай? Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында табип- инфекционист булып эшләгән Жаннет Мәғәрүф ҡыҙы Сабирова яңы йылды ҡыйыу башланғыстар, тәүәкәллек, үҙ көсөңә ышаныс менән ҡаршыларға саҡыра.
– Жаннет Мәғәрүф ҡыҙы, һеҙ үҙегеҙ ҡала ҡыҙы, ә хеҙмәт итеү өсөн ауыл ерен һайлағанһығыҙ. Күптәр, киреһенсә, ауылдан ҡалаға эшкә йөрөй, хеҙмәт ауыр түгелме?
– Бала сағым ауыл тормошо менән тығыҙ бәйле, уның һулышы миңә яҡшы таныш. Тәбиғәттең һәр миҙгелен яратам. “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшләү мөмкинлеге тыуғас, күп уйлап торманым, ғаиләм менән кәңәшләшеп, район дауаханаһында йоғошло ауырыуҙар табибы булып эш башланым. Тормош иптәшем Артурға ла эш табылды, ул – реаниматолог. Таң һарыһынан торорға, тиҙ ҡарар ҡабул итергә, үҙгәрештәргә әҙер булырға күнектек. Ғөмүмән, Йылҡы йылы хужалары тап ошо сифаттары менән айырылып тора ла инде, улар сая, тәүәккәл, уйлағанын йәһәт тормошҡа ашыра. Хәрәкәтсәнлек, үҙаллылыҡ, әүҙемлек – уға хас сифаттар. Тормош иптәшем Йондоҙнамә буйынса Эт йылында тыуған . Ә ат менән эт – бер-береһенә ғүмер буйы терәк, тотороҡлоҡ берлеге.
–Һөнәр һайлағанда ниндәй сифаттар ярҙам итте?
– Моғайын, үҙ-үҙеңә ышаныстыр. Медицинаның ниндәй йүнәлешен һайларға, тигән һорау тыуманы ла ахыры миндә. Ауырыуҙарҙы йоғошло сирҙәрҙән дауалау теләге миндә аҡрынлап нығынды, һайлап алған һөнәрем өсөн һис тә үкенмәйем. Остаз – буш һүҙ түгел, үҙ эшенең оҫталары, һөнәрмәндәр абруй ҡаҙаныу менән бергә башҡаларҙы үҙ артынан эйәртеү, һүнмәҫ дәрт тоҡандырыу һәләтенә лә эйә. Университеттың кафедра мөдире Дамир Вәлишин тап шундай шәхес, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уята, мауыҡтырғыс лекциялар уҡый, әйтерһең дә, медицинала йоғошло ауырыуҙар тармағынан да мөһимерәк бер ни юҡ. Үҙең дә һиҙмәҫтән быға ышанаһың, күберәк белергә тырышаһың, фәнгә нығыраҡ тартылаһың.
Мин 3-сө курста уҡығанда уҡ Ашығыс ярҙам дауаханаһының хирургия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләнем, һөнәремде дөрөҫ һайлағаныма шул ваҡытта уҡ инандым.
– Йыл хужаһының егәрле, тиктормаҫ, тоғро булыуы билдәле. Башҡорттарҙа ул терәк һәм таяныс, яуҙа яуҙаш һәм юлдаш булараҡ һыналған. Халыҡ мәҡәлдәрендә лә уларға арналған маҡтау һүҙҙәре етерлек: “Аты булһа, ҡамыты табылыр”, “Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта”, “Алтын эйәр атҡа тейер, эйәһе белмәҫ, ат белер”, “Алама атҡа менгәнсе, югер кеше күргәнсе”, “Аҡһаҡ булһа ла, үҙ атың булһын”, ”Андыҙлы ерҙә ат үлмәҫ” һәм башҡалар. Йылҡы беҙҙә борон-борондан хөрмәтле йән эйәһе. Йылдың уңышлы киләсәгенә ишара түгелме был?
– Минеңсә, Йылҡы йылы баҙнатһыҙҙар өсөн ҡыйыу аҙымдар яһау, үҙ көстәренә ышанғандарға тәүәкәллек ҡылыу өсөн бик уңайлы осор. Йыл хужаһы үҙгәрештәргә әҙер булғандарға ярҙам итер, көс бирер, тип уйлайым. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡмағыҙ, икеләнеүҙәрҙән арынығыҙ, һиҙемләү тойғоһо һеҙҙе алдамаҫ. Әүҙемлегегеҙҙе ижадҡа, спортҡа, ирекмәнлеккә арнағыҙ, һығылмалыҡҡа өйрәнегеҙ, тип кәңәш бирер инем.
– Яңы йылды ниндәй уңыштар, яңылыҡтар менән ҡаршыларға йыйынаһығыҙ ?
– Коллективыбыҙ берҙәмлеге, эшсәнлеге, пациенттарына йылы мөнәсәбәте менән хөрмәт ҡаҙана. Мин дә бында күптән үҙ кешегә әүерелдем инде. Әле киҙеүгә ҡаршы иҫкәртеү эштәре менән киҫкен респиратор сирҙәрен, хроник гепатиттарҙы диагностикалау, дауалау, диспансер күҙәтеүе менән мәшғүлбеҙ. ВИЧ-инфекция осраҡтарының артыуы борсой, был йәһәттән етди эш алып барыла.
Яңы йылда яңы фатирҙа ҡыҙым, ирем Артур менән тормош башлау шатлығыбыҙ менән уртаҡлашаһым килә. Баш ҡаланың “Планета” биҫтәһендәге өс бүлмәле фатирыбыҙға күсеү ғаиләбеҙ өсөн көтөп алынған ҙур һөйөнөслө ваҡиға буласаҡ.
– Һеҙҙе атайығыҙ яратып, яҡты донъяға килеүегеҙгә һөйөнөп, бик һирәк осрай торған, яғымлы, яңғырауыҡлы исем ҡушҡан. Уның, моғайын, берәй ғилләһе барҙыр?
– Был һорауҙы бер һеҙ генә бирмәйһегеҙ. Жаннет – ғәрәп телендәге “йәннә” һүҙенән. Мәғәнәһе – кешеләр мәңге йәшәйәсәк “ожмах баҡсаһы”. Күплек һанда –“йәннәт”.
Йыл буйы ат кеүек эшләп, энергияғыҙҙы сарыф итеүегеҙ, хәлдән тайыуығыҙ, сәләмәтлегегеҙгә зарар килтереүегеҙ ихтимал. Минеңсә, һәр кемдең “ожмах баҡсаһы”, йән тыныслығы биреүсе, көс өҫтәүсе мөхите булырға тейеш. Бары күңел тыныслығы булғанда ғына дөрөҫ һәм аҡыллы ҡарарға килергә мөмкин. Киләһе йылда ла эш һәм шәхси тормош, әүҙемлек һәм ял араһында тигеҙлек булһын.
–Яҡшы теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Сағыу, күңелле ваҡиғаларға йомарт йыл килеүен теләйбеҙ!
Динә Арыҫланова.
Фото: ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!