Сәскә ат, балҡы, Әбйәлил!
Әбйәлил районының ойошторолоуына 95 йыл тулыуға арналған тантаналы саралар үтте
Тантаналы саралар район үҙәге Асҡарҙа дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1965–1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977–1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары, КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты, Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы Фәйзрахман Шәйхетдин улы Хисмәтуллиндың һәйкәленә сәскәләр һалыу менән асылды. Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың бюсына ла сәскәләр һалынды.
Килгән ҡунаҡтар араһында Башҡортостан Республикаһының Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостан Республикаһы буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү дәүләт фонды филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, филология фәндәре докторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Насиб улы Зәйтүнов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Байбулатова-Кәримова, БЮТ махсус хәбәрсеһе Илдар Байбулатов, Әбйәлил районы муниципаль район Советы рәйесе Айбулат Баҡый улы Хәйбуллин, Башҡортостан Республикаһының Ветеринария медицинаһы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең урынбаҫары Раян Баймөхәмәт улы Шаһимөхәмәтов, дәүләт эшмәкәре Динир Әсғәт улы Әхмәтйәнов, Әбйәлил районының почетлы гражданы Владимир Петрович Павлюкович, БР дәүләт юридик идаралығы етәксеһе Азат Ансар улы Ғәлин, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт юридик идаралығы начальнигы урынбаҫары Рөстәм Салауат улы Хәйҙәров, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Әхтәм Әхәт улы Абушахманов, Башҡортостандың халыҡ артистары Вәхит Хызыров, Радик Вәлмөхәмәтов, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Хәлил Мәсғүт улы Сафин, Фәйзрахман Шәйхитдин улының балалары Зөлфиә менән Батыр Хисмәтуллиндар бар ине.
Район хакимиәте башлығы Айрат Зиннәт улы Әминев докладында Әбйәлилдә барған үҙгәрештәр, үҫеш мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Хеҙмәт алдынғыларына наградалар тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәнил Шайхислам улы Әсәҙуллинға Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Әбйәлил районының социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси үҫешенә тос өлөш индергәне, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостандың Констутуция советы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев “Әбйәлил районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы дәрәжәгә лайыҡ булды. Хеҙмәттәшебеҙ “Абзелил” гәзите мөхәррире Таңсулпан Марат ҡыҙы Йомағужинаға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеме бирелеүенә лә һөйөндөк. Әбйәлил районы ветерандар советы рәйесе Ансар Ғаттар улы Төлкөбаевҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Динир Марсель улы Зарипов, районы хакимиәтенең финанс идаралығының бюджетты үтәү бүлеге начальнигы Эльвира Ришат ҡыҙы Садиҡова, үҙәкләштерелгән иҫәп бүлеге начальнигы һәм баш бухгалтер Әлфиә Наил ҡыҙы Нурғәлина Финанс министрлығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды.
«Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил муниципаль районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте» муниципаль учреждениеһы директоры Вадим Геннадьевич Баталовҡа Башҡортостан республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Халыҡ күрһәткестәре өсөн» миҙалы бирелде.
Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуға, әҙерләүгә һәм еткереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Сергей Владимирович Иваншин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Һөҙөмтәле хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн «Әбйәлил махсуслаштырылған коммуналь хужалыҡ предприятиеһы» муниципаль унитар предприятиеһы директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәлил Насиб улы Зәйтүнов, Ҡырҙас ауыл Советы хакимиәте башлығы Рөстәм Эрнст улы Ҡадиров - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙы, Әлмөхәмәт ауыл Советы башлығы Наталья Владимировна Сатина, Байым ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Даян Зәбир улы Фәтхуллин, Хәмит ауыл Советы ауыл биҫтәһе башлығы Алия Вәхит ҡыҙы Ҡасимова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Ғабдинур Сабур улы Хущамов «Ватанды һаҡлаусының атаһы», Минзифа Собханғол Файзуллина «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалдары менән наградланды. Ире МХО-ла һәләк булған Зилиә Камил ҡыҙы Бакиева «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға булышлыҡ итеү дәүләт фонды филиалының Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Ветеринария хеҙмәте системаһында күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн “Әбйәлил район ветеринария станцияһы" дәүләт бюджет учреждениеһының эпизоотиктарға ҡаршы дружинаһының баш ветеринар табибы Арсен Илшат улы Итикеевкә, Таштимер ветеринария станцияһы начальнигы Гөлшат Роберт ҡыҙы Йәркәева - Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ветеринария комитетының Маҡтау ҡағыҙы, беренсе категориялы ветеринар табибы Динара Вәрис ҡыҙы Мусина Рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Әбйәлил районы ойошторолоуға 95 йыл тулыуға айҡанлы крәҫтиән (фермер) хужалығы башлыҡтары Рәғип Вафир улы Тайсин, Әхәт Рафиҡ улы Мортазин, Рәсәй Федерацияһы Пенсия һәм социаль страховкалау фондының Әбйәлил районы филиалында клиенттарҙы хеҙмәтләндереү етәксеһе Илнур Марат улы Мырҙагилдин, "Ағинәйҙәр" йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы Шәүрә Шәмситдин ҡыҙы Фәйезова, юл ремонтлау-төҙөү идаралығының етештереү идаралығы инженеры Лилиә Ирғәли ҡыҙы Нурғәлина, районы хакимиәтенең бюджетты үтәү бүлеге, финанс идаралығының баш иҡтисадсыһы Әлфиә Илдар ҡыҙы Моратова, Байым ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсинә Борис ҡыҙы Әғзәмова, Ҡырҙас ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлсәсәк Камил ҡыҙы Киекҡужина Әбйәлил район Советы һәм Хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Тимербай улы Бәхтигәрәев район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Ишҡолдан Нуриҙә Дим ҡыҙы Ниғмәтуллина (улы – Фидан Рөстәм улы Солтанов), Яңауыл ауылынан Айһылыу Илһам ҡыҙы Камалова (улы – Денис Мәүлит улы Камалов), Ҡаҙмаштан Рәсилә Нәжмитдин ҡыҙы Мөхитдинова, (улы – Рәхимйән Рафиҡ улы Мөхитдинов), Хәлилдән Гөлнара Мират ҡыҙы Ирназарова (улы – Айгиз Басир улы Ирназаров), Әлфинур Харис ҡыҙы Дәүләтҡолова (улы —Азамат Азат Дәүләтҡолов улы) “Ватанды һаҡлаусының әсәһе” миҙалы менән бүләкләнделәр. Райондың бик күп хөрмәтле кешеләренә “Әбйәлил районының атҡаҙанған хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Әбйәлил районы – арҙаҡлы улдар һәм ҡыҙҙар үҫтергән, донъяға бик күп таланттар биргән, батырлыҡтар һәм ҡаҙаныштар тураһында хәтерҙе һаҡлаған ер. Бәләкәй Ватаныбыҙҙың данын күтәргән, хеҙмәте, таланты һәм ҡыйыулығы менән район тарихына сағыу биттәр яҙған кешеләр телгә алынды: Ғайфулла Сарбаев, Иншар Солтанбаев, Мөғәлләм Мирхәйҙәров, Малик Яҡшымбәтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Әхмәт Лотфуллин, Ринат Атауллин, Зөһрә Фәйзуллина, Әхтәм Абушахманов, Вәхит Хызыров, Айрат Гайсин, Нәғим Нурғалин, Радик Вәлмөхәмәтов, Сара Буранбаева, Физәлиә Рәхимова, Римма Амангилдина. Ғүмерен кешеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлаған хеҙмәт батырҙары, табиптар, уҡытыусылар, спортсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдарҙың атайсалы ул – Әбйәлил. Фирҙәүес Хисаметдинова, Сәриә Миржанова, Таңһылыу Күсимова, Ким Әхмәтйәнов, Зиннур Нурғәлин, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Заһир Ғәлин, Юрий Здрогов, Марат Илһамов, Салауат Күсимов, Мөхәмәҙйән Хисматов, Иван Викулин, Нәғим Ишбулатов, Ғәле Ишбулатов, Наил Ғабдуллин, Ишмырҙа Һиҙиәтов, Татьяна Сенченко, Земфира Сәғәҙиева, Әмир Истамғолов, Вафир Тайсин, Фәхирә Ғүмәрова, Сафа Истамғәлин.
Тура һүҙле сәсәндәре менән дә данлы Әбйәлил – Ишмөхәмәт-сәсән Мырҙаҡаев, Шафиҡ –Тамьяни, Гөлнур Мамлиева, Хәнифә Әүбәкерова, Вәсилә Садыҡова, Фатима Һибәтова, Илсиә Ҡасымова, Мәүҙиға Баймөхәмәтова. Әбйәлилдәр үҙҙәренең ерлегенән үҫеп сыҡҡан Рамаҙан Өмөтбаев, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Шакир Бикҡол, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлшат Әхмәтҡужина, Фәнүзә Биктимерова, Иҙрис Ноғоманов, Самат Фәйзуллин, Зөһрә Кашапова, Сулпан Миңлебаева, Гөлназ Ҡотоева, Гөлнара Хәлфетдинова кеүек яҙыусылары менән дә ғорурлана.
Айырым ғорурлыҡ менән геройҙарыбыҙҙы, Ватан һаҡсыларын, үҙҙәрен йәлләмәйенсә, тыныслыҡ һәм азатлыҡ һағында торғандарҙы иҫкә алды яҡташтарым. Рәсәй Геройы Тимерлан Илһамов менән хаҡлы ғорурлана әбйәлилдәр.
Райондың ойошторолоуына 95 йыл тулыуға арналған сара ҙур концерт менән тамамланды. Унда райондың үткәне һәм бөгөнгөһө сағылыш тапты. Руслан Ниғәмәтов Гөлдәр Ишҡыуатова һүҙҙәренә яҙған “Үҙгәрештәр” йырын үҙе башҡарҙы. Бөтәһен дә хайран ҡалдырып, уға район башлығы Айрат Әминев ҡушылды. Ысынлап та, үҙгәрештәр булһын, халҡыбыҙҙың көнкүреше яҡшырһын, юлдар төҙөкләнһен, социаль объекттар сафҡа инһен. Яҡташтарымдың кәйефе һәр ваҡыт күренке булһын.
Иштимер ЙОСОПОВ һәм автор фотолары.