Найти в Дзене

Тиҙерәк һауығыуға ярҙам итәсәк

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге дауахана, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заман талаптарына яуап биргән яңы аппарат алды. “ПОЛИМАГ-02М” магнит терапияһы аппаратының эш принцибы түбән йышлыҡлы хәрәкәтсән магнит ҡыры тәьҫиренә нигеҙләнгән. Ҡорамалдың һаҡсыл, әммә йоғонтоло тәьҫире ауыртыуҙы һәм шешенеүҙе тиҙ бөтөрә, ҡан әйләнешен яҡшырта, туҡымаларҙы кислород менән туйындыра, операция һәм имгәнеүҙәрҙән һуң тиҙерәк уңалыуға ярҙам итә. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер о
Оглавление
    Тиҙерәк һауығыуға ярҙам итәсәк
Тиҙерәк һауығыуға ярҙам итәсәк

Тиҙерәк һауығыуға ярҙам итәсәк

Ҡорамалдың һаҡсыл, әммә йоғонтоло тәьҫире ауыртыуҙы һәм шешенеүҙе тиҙ бөтөрә, ҡан әйләнешен яҡшырта

Өфөнөң Дим биҫтәһендәге дауахана, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, заман талаптарына яуап биргән яңы аппарат алды.

“ПОЛИМАГ-02М” магнит терапияһы аппаратының эш принцибы түбән йышлыҡлы хәрәкәтсән магнит ҡыры тәьҫиренә нигеҙләнгән. Ҡорамалдың һаҡсыл, әммә йоғонтоло тәьҫире ауыртыуҙы һәм шешенеүҙе тиҙ бөтөрә, ҡан әйләнешен яҡшырта, туҡымаларҙы кислород менән туйындыра, операция һәм имгәнеүҙәрҙән һуң тиҙерәк уңалыуға ярҙам итә.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!