Ҡалтасы районының 2-се мәктәбендә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) ярҙамында профилле психологик-педагогик класс асылды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Был класта бөтәһе 14 бала уҡый. Уларҙы уҡытыусы-психолог, тәрбиәсе, дефектолог, вожатый йүнәлештәре буйынса әҙерләйәсәктәр. Дәрестәрҙә уҡыусылар психология һәм педагогика нигеҙҙәрен үҙләштерәсәк, шулай уҡ лидерлыҡ сифаттарын үҫтерәсәк. Программаны республиканың педагогия колледждары һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырырға планлаштыралар. "Ысын педагог – ул белемде тапшырыусы уҡытыусы ғына түгел, ә остаз, илһамландырыусы, асыштар һәм үҙ-үҙеңде танып белеү донъяһына алып барыусы. Тап ошондай профессионалдарҙы яңы профилле класс уҡыусылары әҙерләргә тейеш", - тип билдәләне Ҡалтасы районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Сергей Макаров. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинле
Ҡалтасы мәктәбендә психология-педагогия класы асылды
16 декабря 202516 дек 2025
1 мин