Октябрьскийҙағы Юрий Гагарин исемендәге парк «Йәшәү өсөн инфраструктура» милли проектының (национальный проект «Инфраструктура для жизни») «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарылған күләмле төҙөкләндереүҙән һуң ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн ысын ял үҙәгенә әйләнде. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр. Эштәр барышында һыу зонаһы төҙөкләндерелгән: каналдың стеналары селтәр менән нығытылған, биҙәү өсөн төрлө таштарҙы файҙаланылған. Шишмәлә фонтандар ҡуйылған. Юлдарға таш түшәлгән, яңы эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Күперҙәр халыҡтың именлеге өсөн таймай торған япма менән көпләнгән. Бынан тыш, парк биләмәһендә “илаҡ” ҡайындар һәм декоратив ҡыуаҡлыҡтар ултыртылған. Яҡтыртыу системаһы яңыртылған, шулай уҡ күперҙәр ҙә яҡтыртыла. Үҙенсәлекле мөхит булдырыу өсөн паркта арт-объекттар ҡуйылған. Һөҙөмтәлә Гагарин паркы халыҡ яратҡан урынға әйләнгән, унда даими рәүештә мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла. - «Йә