Найти в Дзене

Иң мөһиме - халыҡ ҡәнәғәт

15 декабрҙә Асҡын районы үҙәгендә республика етәксеһе Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыу, тармаҡтағы ҙур проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышты. Республика етәксеһе үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын нығытыуға айырым иғтибар бүлде. Был йәһәттән һүҙ тәү сиратта тейешле инфраструктура булдырыу, медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү хаҡында бара. – Һуңғы йылдарҙа беҙ биналарҙың, ҡорамалдарҙың ныҡ туҙыуы сәбәпле тыуған мәсьәләләрҙе хәл иттек. Йыл аҙағынаса тағы алты яңы поликлиника асабыҙ: Благовещен, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында. Бынан тыш, Бынан тыш, республиканың төрлө урындарында 134 модулле объект ҡуйылды. Беренсел звено инфраструктураһын 2030 йылға тиклем тотошлай тәртипкә килтереү планлаштырылған, – тине Радий Хәбиров. Башҡортостандың баш ҡала
Оглавление
    Иң мөһиме - халыҡ ҡәнәғәт
Иң мөһиме - халыҡ ҡәнәғәт

Иң мөһиме - халыҡ ҡәнәғәт

Асҡында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышы үтте.

15 декабрҙә Асҡын районы үҙәгендә республика етәксеһе Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет ултырышын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыу, тармаҡтағы ҙур проекттарҙы, программаларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.

Республика етәксеһе үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһын нығытыуға айырым иғтибар бүлде. Был йәһәттән һүҙ тәү сиратта тейешле инфраструктура булдырыу, медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү хаҡында бара.

– Һуңғы йылдарҙа беҙ биналарҙың, ҡорамалдарҙың ныҡ туҙыуы сәбәпле тыуған мәсьәләләрҙе хәл иттек. Йыл аҙағынаса тағы алты яңы поликлиника асабыҙ: Благовещен, Учалы, Яңауыл ҡалаларында, Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында. Бынан тыш, Бынан тыш, республиканың төрлө урындарында 134 модулле объект ҡуйылды. Беренсел звено инфраструктураһын 2030 йылға тиклем тотошлай тәртипкә килтереү планлаштырылған, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың баш ҡалаһында медицина учреждениеларын яңыртыу буйынса айырым программа тормошҡа ашырыла башланы. Мәҫәлән, ағымдағы йыл аҙағынаса Александр Невский һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамдарында төҙөкләндерелгән поликлиникалар асыу ҡаралған.

Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеүгә килгәндә, Башҡортостан Башлығы тәү сиратта төпкөлдәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡты кәметеү кәрәклеген билдәләне.

– Был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. “Ауыл докторы”, “Ауыл фельдшеры”, “Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла, – тине Радий Фәрит улы. – Был башланғыстарҙы дауам итәсәкбеҙ. Ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүгә муниципалитет башлыҡтары ла ныҡлы иғтибар бүлергә тейеш.

Был эштәрҙә төп һөҙөмтә – кешеләрҙең медицина ярҙамы сифатынан ҡәнәғәтлеге.

– Халыҡ һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу буйынса алып барылған эштәрҙе ыңғай баһалай. Объекттарҙы асҡас, унда хеҙмәтләндереүҙе лә заманса кимәлдә ойоштороу мөһим, – тине Радий Хәбиров. Ул тармаҡ эшсәндәренә рәхмәт белдерҙе, лайыҡлыларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

***

Республика медицина тармағының 2025 йылғы эш һөҙөмтәләре тураһында тулы мәғлүмәтте Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин еткерҙе. Уның һүҙҙәренсә, өлкәнең беренсел звеноһын нығытыу өс йүнәлеш – инфраструктура, кадрҙар һәм процестар – буйынса алып барыла. Әйтәйек, медицина учреждениелары төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән улар өсөн заманса яңы ҡорамалдар алына. 2025 йылда биш мең самаһы берәмек төрлө техника, бынан тыш, 99 санитар автомобиль алынған.

Айрат Рәхмәтуллин шулай уҡ “Ғаилә” милли проектының “Әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау” төбәк проекты нигеҙендә Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас, Аҡъяр үҙәк район дауаханалары ҡарамағанда модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары асылғаны хаҡында әйтте. Уларҙа эш яңы модель буйынса ойошторолған: пациенттар кәрәкле хеҙмәттәрҙе уңайлы шарттарҙа алыу мөмкинлегенә эйә.

Поликлиникаларҙы, амбулаторияларҙы белгестәр менән тәьмин итеү бурысы – республикала эшләгән һөнәри белем биреү учреждениелары иңендә. Уларҙың иң ҙуры – Башҡортостан дәүләт медицина университеты. Бынан тыш, төбәк биләмәһендә 15 медицина колледжы һәм уларҙың филиалдары эшләй.

“Беҙ һәр хеҙмәткәрҙәрҙең карьераһын студент осорон уҡ хәстәрләй башлайбыҙ”, – тине Айрат Рәхмәтуллин. Уның билдәләүенсә, һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһында 25 меңдән ашыу кеше эшләй.

Башҡортостан Башлығы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, медицина учреждениеларының хеҙмәт коллективтарына беренсел звеноны яңыртыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Дөйөм алғанда, тармаҡ заман һынауҙарын лайыҡлы үтеп килә. Ошо ябай булмаған осорҙо үткәс, ул тағы ла көслөрәккә әйләнер, – тип ышаныс белдерҙе Радий Хәбиров. – Шул да үтә мөһим: кешеләр хәҙер һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Оҙайлы һәм әүҙем тормошҡа ынтылыш тыуҙырыу – дәүләттең төп бурыстарының береһе.

Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

-2