Баш ҡала белгестәре көнләшерлек
Асҡында яңы поликлиника асылды.
15 декабрҙә Асҡынға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһын асыуҙа ҡатнашты. Медицина учреждение эшенә видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко старт бирҙе.
– Бөгөн беҙ илебеҙҙә яңы дүрт медицина учреждениеһы асабыҙ. Был дәүләт етәксеһе иғлан иткән төп милли маҡсаттарҙы – халыҡты һаҡлау, һаулыҡты нығытыу, кешелектең именлек кимәлен күтәреү, ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу – тормошҡа ашырыуға тағы бер өлөш, – тине Татьяна Голикова. – Бөгөн беҙ асҡан поликлиникалар медицина ярҙамын уңайлы итеп кенә ҡалмай, диспансеризация, профилактика тикшереүҙәре үткәреү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр ҙә булдырасаҡ тигән ышаныстамын.
– Башҡортостан муниципалитеттары тормошон милли проекттар тамырынан үҙгәртә. Бөгөн беҙ Асҡын районында бер сменала 250 кешене ҡабул итә алырлыҡ заманса поликлиника асабыҙ. Был объект һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы сафҡа индерелә. Ул ҙур сәләмәтлек үҙәге буласаҡ – райондың 17 меңдән ашыу халҡын хеҙмәтләндерәсәк, – тип билдәләне Михаил Мурашко. – Милли проекттарҙы тормошҡа ашырып, республика берҙәм мәғлүмәт мөхитен сифатлы үҫтерә. “Һанлы ФАП” программаһы барлыҡ медицина яҙмаларын электрон тәртиптә алып барыу һәм пациентҡа дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында тапшырыу мөмкинлеген бирә. Был – ҡарарҙар ҡабул итеүҙә, визуаль һүрәттәрҙе баһалауҙа ярҙам өсөн яһалма интеллектлы программалар индереү ҙә. Ошо башланғыстар барыһы ла һаулыҡ һаҡлауҙың яңы образын формалаштыра һәм, әлбиттә, тармаҡҡа заманса ҡорамалдарҙа, иннновациялы технологиялар ҡулланып эшләргә теләгән йәштәрҙе йәлеп итә.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Башҡортостан Башлығының медицина өлкәһенә ҙур иғтибар бүлеүен билдәләне.
– Радий Фәрит улы заманса объекттар булдырыу йәһәтенән идеолог булып тора. Коронавирус пандемияһы мәлендә республикала төҙөлгән, “ҡурай сәскәһе” тип аталған инфекция үҙәктәре Рәсәйҙең башҡа субъекттарында ла асылды. Бөгөн дә Башҡортостан, етештереү ҡеүәтенә нигеҙләнеп, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеүен дауам итә, – тине Михаил Мурашко. – Мәҫәлән, Таулы Алтайҙа дауахана өсөн модулле ҡабул итеү бүлексәһе Башҡортостан компаниялары ҡатнашлығында төҙөлдө.
Республика Башлығы Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына төбәк башланғыстарына булышлыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Яңы йылға тиклем райондарҙа тағы ла биш поликлиника асырға планлаштырабыҙ. Быйыл ғына 134 модулле ФАП һәм табип амбулаторияһы сафҡа индерелде. Беҙҙең ауылдар халҡы өсөн улар медицина учреждениеһы ғына түгел, ысын йәмәғәт тормошо үҙәге, – тине Радий Хәбиров. – Профилле программаларҙы анализлап, шуны күрҙек: мәҫәлән, миллионлы Өфө ҡалаһы ла айырым иғтибар талап итә. Шуға ла үҙебеҙҙең төбәк программаһын ҡабул итеп, унда етди средстволар йүнәлттек. Һәм ошо аҙнала реконструкцияланған бер нисә поликлиника асабыҙ.
Республика етәксеһе “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты күрһәткестәрен үтәү буйынса ыңғай динамиканы билдәләне.
– Ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан, онкология сиренән үлем кимәле кәмеүен күрәбеҙ. Әммә алдыбыҙҙа тағы ла күп бурыстар тора. Киләсәктә лә һеҙҙең ярҙамға өмөт итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
***
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Асҡын үҙәк район дауаханаһының яңы поликлиникаһын ҡарап сыҡты. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы төҙөлгән. Объекттың дөйөм майҙаны – дүрт мең квадрат метр тирәһе.
Бында балалар һәм өлкәндәр бүлексәләре эшләйәсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһына айырым инеү урыны булдырылған. Балалар бүлексәһендә участка педиатрҙары, оториноларинголог, офтальмолог кабинеттары һәм башҡа кәрәкле диагностика лабораториялары йыһазландырылған. Өлкәндәр өсөн бүлексә иһә консультация-диагностика блогын, шулай уҡ лаборатор һәм инструменталь тикшереүҙәрҙең киң спектрын үткәреү өсөн кабинеттарҙы үҙ эсенә ала. Ашығыс ярҙам, процедура, фильтр бокстары ла бар. Объектты төҙөгәндә барьерһыҙ мөхит ойоштороуға ҙур иғтибар бирелгән.
Радий Хәбиров поликлиниканың табиптары, медицина персоналы менән аралашты. Баш табип Илдар Шакиров әйтеүенсә, учреждение белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.
– Беҙ ошондай объекттар төҙөргә өйрәндек. Минеңсә, матур. Эстә барыһы ла берҙәм республика брендбукына ярашлы эшләнгән. Маршруттар аңлайышлы – кешеләр ҡайҙа барырға белергә тейеш, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Офтальмология һәм лор кабинеттарын ҡараным. Уларҙа шундай ҡорамалдар – хатта баш ҡала дауаханалары белгестәре көнләшерлек. Һәм, әлбиттә, был аппараттарҙа эшләргә өйрәнеү мөһим. Медицина – фәндең тиҙ үҫешкән өлкәһе. Ул өҙлөкһөҙ белем алыуҙы талап итә.
Фотолар: Башҡортостан Башлығы сайты.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...