15 декабрҙә Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Тәтешле ауылындағы күп профилле полилингваль мәктәбендә булды. Мәктәп быйыл урындағы мәғариф учреждениеһы нигеҙендә асылған. Бинаға 29 йыл. Быйыл бында “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Иң яҡшы бөтә нәмә балаларға” төбәк проекты буйынса капиталь ремонт яһалған. Мәғариф учреждениеһы директоры Дмитрий Афризонов әйтеүенсә, эш дөйөм алғанда яҡынса 65 миллион һумға төшкән. Бинала яңы ишектәр ҡуйғандар, электр тәьминәте, йылылыҡ селтәрҙәрен, иҙәнде, диуарҙарҙы, түшәмде яңыртҡандар, фасадты тәртипкә килтергәндәр, эргәләге биләмәне төҙөкләндергәндәр. Кластарҙа – яңы йыһаз, ашханала – заманса ҡорамалдар. Мәктәптә бөтәһе 116 бала белем ала. Туған удмурт телен 97 бала өйрәнә. Төбәк етәксеһе уҡыу бүлмәләрен, спорт һәм тамаша залдарын, ашхананы ҡарап сыҡты, балалар менән аралашты, уларға уҡыуҙа уңыштар теләне. – Республикала ике мең мәктәп бар, шуларҙың 11-е – полилингваль. Был теманы үҫтерергә кәрәк, – тин