15 декабрҙә Тәтешле районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы Тәтешле ауылындағы яңыртылған Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгәндә булды. Үҙәк 1988 йылда төҙөлгән күп йүнәлешле ауыл клубында урынлашҡан. 2023 йылда район әүҙемдәре менән аралашҡанда төбәк етәксеһе бинала капиталь ремонт яһарға вәғәҙә иткәйне. Төҙөүселәр бинаның ҡыйығын, тәҙрә, ишектәрен, инженерлыҡ селтәрҙәрен алмаштырған, фасадын тәртипкә килтергән, клубтың эргәһендәге биләмәне төҙөкләндергән. Йәнә яңы йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алғандар. Быйыл көҙ реконструкциянан һуң тарихи-мәҙәни үҙәк ишектәрен асҡан. Радий Хәбиров һөнәрселек үҙәген, удмурт йортон, музей экспозицияһын ҡарап сыҡты. Методика кабинеты һәм заманса китапхана эшмәкәрлеге менән танышты. Башҡортостан Башлығы ошонда уҡ удмурттарҙың милли-мәҙәни үҙәге әүҙемдәре – ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениелары вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар республикала йәшәгән удмурттарҙың мәҙәниәтен һәм йолаларын