Найти в Дзене

Уҡырға ингәндә үк иғтибар йәлеп иткән ҡыҙ була

Сәхнә оҫтаһы Эльвира Юнысованың ижад ҡомары 1979 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының киң популярлыҡ яулай барған режиссеры Рифҡәт Исрафилов Өфө дәүләт сәнғәт институтында үҙенең иң тәүге ун кешелек актер курсын йыя. Талантлы режиссерҙың ҡулына эләккән бәхетлеләр араһында Өфө сәнғәт училищеһын музыка белгесе булараҡ тамамлаған Эльвира Юнысова ла була. Рифҡәт Исрафилов үҙенең академик сәхнәлә тормошҡа ашырасаҡ принциптарына тура килгән камиллыҡҡа – тап ошо абитуриент ҡыҙҙың аҡылына һәм һылыулығына шунда уҡ иғтибар итә. Рифҡәт Вәкил улы өсөн режиссура менән педагогика бер бөтөн эш һәм ижад алымы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү кәрәк. Уҡыусыларына институтта бирә башланған һабаҡтары аҙаҡ профессиональ сәхнәлә дауам итә. Режиссер курс ҡына йыймай, ә һәр имтихан тотоусыны ентекләп күҙҙән үткәрә һәм киләсәктә ҡуйыласаҡ спектаклдәрҙә һәр кемеһенең мөмкинлеген нисек ҡулланыуын күҙаллай. Ипле педагог һәм һәләтле етәксе булараҡ, ул үҙ уҡыусыларын һаҡ ҡына үҫтерә, яйлап ҡына
Оглавление
    Уҡырға ингәндә үк иғтибар йәлеп иткән ҡыҙ була
Уҡырға ингәндә үк иғтибар йәлеп иткән ҡыҙ була

Уҡырға ингәндә үк иғтибар йәлеп иткән ҡыҙ була

1979 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының киң популярлыҡ яулай барған режиссеры Рифҡәт Исрафилов Өфө дәүләт сәнғәт институтында үҙенең иң тәүге ун кешелек актер курсын йыя. Талантлы режиссерҙың ҡулына эләккән бәхетлеләр араһында Өфө сәнғәт училищеһын музыка белгесе булараҡ тамамлаған ҡыҙ ҙа була. Рифҡәт Исрафилов үҙенең академик сәхнәлә тормошҡа ашырасаҡ принциптарына тура килгән камиллыҡҡа – тап ошо абитуриент ҡыҙҙың аҡылына һәм һылыулығына шунда уҡ иғтибар итә...

Сәхнә оҫтаһы Эльвира Юнысованың ижад ҡомары

1979 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының киң популярлыҡ яулай барған режиссеры Рифҡәт Исрафилов Өфө дәүләт сәнғәт институтында үҙенең иң тәүге ун кешелек актер курсын йыя. Талантлы режиссерҙың ҡулына эләккән бәхетлеләр араһында Өфө сәнғәт училищеһын музыка белгесе булараҡ тамамлаған Эльвира Юнысова ла була. Рифҡәт Исрафилов үҙенең академик сәхнәлә тормошҡа ашырасаҡ принциптарына тура килгән камиллыҡҡа – тап ошо абитуриент ҡыҙҙың аҡылына һәм һылыулығына шунда уҡ иғтибар итә.

Рифҡәт Вәкил улы өсөн режиссура менән педагогика бер бөтөн эш һәм ижад алымы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтеү кәрәк. Уҡыусыларына институтта бирә башланған һабаҡтары аҙаҡ профессиональ сәхнәлә дауам итә. Режиссер курс ҡына йыймай, ә һәр имтихан тотоусыны ентекләп күҙҙән үткәрә һәм киләсәктә ҡуйыласаҡ спектаклдәрҙә һәр кемеһенең мөмкинлеген нисек ҡулланыуын күҙаллай. Ипле педагог һәм һәләтле етәксе булараҡ, ул үҙ уҡыусыларын һаҡ ҡына үҫтерә, яйлап ҡына төпсөрләп-хәстәрләп уларҙы ҙур сәхнәүи хеҙмәткә әҙерләй.

Буласаҡ актриса Эльвира Юнысованың тәбиғәттән бирелгән һылыулығы – зифа буй-һын, тубығына хәтле төшөп торған ҡара тулҡын сәстәре, салт асыҡ күҙ ҡарашы, нур балҡытыр йылмайыуы – барыһы ла Рифҡәт Исрафиловтың сәхнәләштереүендә тыуған лирик образдарҙың нигеҙен тәбиғи тәшкил итәсәк. Уның геройҙары баҫалҡы холоҡло, әммә көслө рухлы башҡорт һылыуҙары: М.Кәримдең «Ай тотолған төндә» спектаклендәге Шәфәҡ, Ф.Бурнаштың «Йәш йөрәктәр»ендә Сажидә, М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы»нда Гөлзифа – шундай баҙыҡ ролдәр. Ә.Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!»ындағы Гөлнәрисә, М.Кәримдең «Ярлыҡау»ындағы Мария-Тереза, Т.Таһировтың шул исемдәге повесы буйынса уйналған «Ғәлиә» спектаклендәге Ғәлиә образдары актриса ижадының лирик йүнәлешен дауам итә. Юнысова тыуҙырған был образдарҙың һәммәһендә лә режиссер ҡатын-ҡыҙ матурлығына дан йырлай, тышҡы сибәрлек һәм рухи камиллыҡты табыуы фотографияларҙа айырыуса ныҡ күҙгә бәрелә. Бына М.Буранғоловтың «Башҡорт туйы» (1990) спектаклендәге Гөлзифа башҡорт милли кейемендә, ул Х.Үтәшевтың геройынан бер аҙым ҡырҙа тора (әҙәп буйынса, башҡорт ҡатынына ирҙәргә бик яҡын барырға ярамаған), егеткә балдаҡ һуҙа. Бөтә ҡиәфәтен самими оялсанлыҡ һәм ҡыуаныс солғаған. Һөйөклө кешеһенә күтәрелеп ҡарарға ҡыймайынса, ул сикһеҙ тулҡынланып-тартынып, әллә балдаҡҡа, әллә аяҡ аҫтындағы ергә текләгән, әммә фотография ҡыҙҙың күңеленән генә мөкиббән китеп һөйгәненә уҡталыуын сағылдыра. Йәки бына аҡ блузка менән шаҡмаҡлы итәк кейгән уҡытыусы Ғәлиә (Т.Таһировтың «Ғәлиә» спектакле, 1983) Фидан Ғафаровтың Заһирына, ҡыҙҙың фронтҡа китергә йыйынған егетенә, һыйынған. Күҙҙәрендә һөйгәне өсөн ҡурҡыу һәм һағыш. Йәнәшә тағы бер фотография: үксәле аҡ туфлиҙар, ваҡ төрткөлө зәңгәр күлдәк кейгән ҡыҙҙың бәхетле мәле, ул бит әле һуғыш башланғанын да белмәй, тиҙҙән үҙенең һәләк булырын да һиҙмәй. Р.В.Исрафилов был образды махсус ниәт менән шундай мөғжизәле, ғәжәп серле һәм шул уҡ ваҡытта ғәләмәт ысынбарлыҡ итеп яһай, тамашасыға шул хәтле яман ҡанһыҙ һуғыштың хатта ошо Ғәлиә кеүек гүзәл, йәш, нескә, аҡыллы ҡыҙ баланы ла аямауын күрһәтә.

Ошо уҡ алым М.Кәримдең «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған спектаклдә лә сәхнәгә сыға, һәм бында ла Юнысова башҡарыуындағы Мария-Тереза образы шиғранә наҙ, һөймәлекле ҡатын-ҡыҙ йәме менән тулы. Фотографияла уның сәс толомо һүтелгән, әммә йәтешләп артҡа төйнәп ҡуйылған, күҙҙәре уйсан, моңло, гүйә героиня һаман да ниндәйҙер яҡты хис менән яна. Икенсе бер һүрәттә ул ҡыҙыл күлдәген кейеп алмағас янына баҫҡан – был бит спектаклдең башы, Мария-Терезаның Любомир Зух менән тәүге күрешеү мәле һәм тап шул мәлдә бөтә донъя хәсрәтен яндырырлыҡ ҡайнар һөйөү уты тоҡана. Ләкин ниндәйҙер шатлыҡ йәки тартыныу тойолмай, киреһенсә, сәхнәгә утлы нур тулған, ергә алмалар сәсрәгән, ә Юнысованың героиняһы күҙҙәрендә әрнеүле һағайыу, гүйә ул мөхәббәтенең ахырғы фажиғәһен һиҙә.

Ә.Атнабаевтың «Хушығыҙ, хыялдарым!»ынан йәнә бер нисә фото ҡарайбыҙ. Драма үҙәгендә Айсар – ҡасандыр бик аҡыллы, тәртипле кеше булған, хәҙер килеп көндән-көн түбән тәгәрәп, үҙ бәҫен-баһаһын юғалта һәм тора-бара яман енәйәт ҡыла. Юнысова уйнаған героиня Гөлнәрисә Айсарҙы яратҡан, туғандарының, дуҫтарының ҡырҡа ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, уға үҙенең бөтә тормошон бәйләргә хәл иткән. Һөйөүе хаҡына ул етеш йәшәгән йәш кейәүҙән баш тарта һәм һуҡыр ҡарсыҡты ҡарарға, Айсарҙың балаларына әсә булырға, эскелеккә һалышҡан ошо бәндәгә ҡатын булып, уның төрмәнән ҡайтыуын көтөргә ҡарар итә. Әммә был уның юлы, ул үҙе һайлаған яҙмыш һәм шул яғы менән ул башҡа персонаждарҙан айырыла. Бына Гөлнәрисә сәскәле ябай күлдәктә, сәсен йыйып, аҡ яулыҡ ябынған, өҫтәл янында аш һалып тора. Ҡалғандар ултырышҡан. Гөлнәрисәнең саф, яҡты образын, уның матурлыҡ, өй йәме һәм тыныслыҡ тотҡаһы булыуын режиссер асыҡ мизансцена үҙәгенә махсус ҡуя. Моғайын, әгәр ҙә Рифҡәт Исрафилов үҙенең уҡыусыһының эксцентрика һәләтен, фарс уйнау мөмкинлектәрен дә асмаһа, башҡорт театры тарихында Эльвира Юнысова лирик актриса амплуаһы менән ҡалыр ине. «Сәхнәлә бығаса «масса таныған» стилен йырып сығыу (йәғни башҡорт һылыуы, тигән клише-ярлыҡты ситтә ҡалдырыу – А.С. иҫкәрмәһе) актрисаның гөрләп-дөрләп, ҡабынып үҫеп китеүендә мөһим артылыш булды», – тип яҙа В.Калиш. Исрафилов «Юнысованы күҙ өйрәнгән «түңәрәк, сик, шеренга»һынан елтерәтеп ситкә сығара, уның яңы ролдәрен ҡатмарлы жанрлы асыштар аша үткәрә, ҡабатланмаҫ сюжет-бәйән төрҙәре, кинәйәле йөкмәткеле пластик һәм психологик бурыстар йөкмәтә», – тип билдәләй тәнҡитсе.

Юнысованы бығаса ыңғай ролдәрҙә генә күргән тамашасы, бәлки, яратҡан артисткаһын Т.Миңнуллиндың «Диләфрүзгә дүрт кейәү» кәмитендә бөтөнләй ҡапма-ҡаршы хәсиәттә күреп, ғәжәпкә ҡалғандыр. Юнысованың әүәлге лирик героиняларының кейемендәге йылы, тоноҡ төҫтәр яңы постановкала үтә сағыу, күҙгә керерҙәй ала-сола, ялтыр-йолтор төҫтәр менән алмашына. Бер фотографияла актриса һары-миләүшә төҫөндәге күлдәктә, аяҡтарында ҡара колготка менән аҡ туфли, ә ҡулына терһәккә хәтле аҡ бирсәткә кейгән дә еңеүсе ҡиәфәтендә алһыу ялбыр елпеүес тотоп алған, ҡолағында ғәләмәт ҙур һары һырғалар һалынып тора, өҫтәүенә битенә ала-сола кершән яғылған. Был спектаклдә Исрафилов бөтөнләй икенсе Юнысованы күрһәтә – лирик-драматик образдарҙы ғына түгел, үткер, сая холоҡло фарс ролдәрен дә башҡара алырҙай актрисаны аса.

Актрисаның ижади уңышы булып танылған йәнә бер балҡышы Ф.Бүләковтың «Бибинур, аһ, Бибинур!» спектаклендә ҡалды. Р.В.Исрафиловтың был постановкаһында төп героиняны өс актриса уйнай. Беренсе состав – актер төркөмөндә ике төрлө образды (Бибинур менән Миңниса) Александра Комарова менән Гөлли Мөбәрәкова башҡара, ә икенсе актер төркөмөндә – Бибинурҙы (хыял йомғағын) һәм Миңнисаны (ысынбарлыҡты) бер Эльвира Юнысова үҙе генә уйнай. Төркөмдәр алмашыныу ыңғайына спектаклдең акцент-тоҫмалы, маҡсаты ла үҙгәрә. Бер төркөм икенсеһенән арыуыраҡ уйнағандан түгел, ә төп ҡатын-ҡыҙ образы нисек асыла, шул үҙенсәлек үҙәктә тора.

Рифҡәт Исрафиловтың 1996 йылда Башҡорт театрынан китеүе арҡаһында уҡыусылары етемһерәп ҡала, ә театр оҙаҡ йылдарға «башһыҙ» йәшәргә мәжбүр ителә. Академия театры өсөн ябай булмаған был осорҙо айырым тикшереү кәрәктер, ә был юлы беҙ актерҙарҙың яңы шарттарға яраҡлашырға тейеш булыуын әйтеп китәйек, әлбиттә, яңы ижтимағи-мәҙәни ваҡиғалар солғанышында театрҙың данлы-шанлы исемен һаҡлау бурысы ла бар ине. Үҙҙәрендә режиссерлыҡ ресурстары тулыһынса юғалыу-ҡороу сәбәпле, театр тупһаһы аша ситтән килгән режиссерҙар инә башланы. Репертуарҙа атамалар, исемдәр, жанрҙар төрләнде. Ҡай саҡ художество яғынан етлекмәгән, ҡаты режиссер ҡулы теймәгән, етди ижади эшкәртелмәгән пьесалар ҙа сәхнәгә менде. Тамашасы ағымын үҙҙәренә ҡайырыу өсөн генә ашыҡ-бошоҡ эшләнгән шоу-спектаклдәр ҙә йышайҙы.

Бына ошо һынылышлы 2000-селәр аҙағында Башҡорт театрында Айрат Абушахмановтың «Кәкүк ояһы өҫтөнән осҡанда» (К.Кизи, 2008) спектакле донъя күрә, унда Эльвира Юнысова Өлкән апай Мисс Гнусенды уйнай. Был ап-аҡ халатлы һәм төп-төҙ арҡалы ҡаты бәғерле ҡатындың боҙҙай ҡатырылған ҡырыҫ һәм аяуһыҙ стериль образы. Юнысованың яңы героиняһы бик матур, әммә Ҡар батшабикәһеләй, йән өшөткөс һалҡын һәм яҡын килмәҫлек текә. Гүйә Башҡорт театрының ошо күренекле спектакле аша, тап ошо роль ярҙамында, актриса ғүмере кеүек күргән иң ҡәҙерле асылын – театрын үҙе-үҙенән тартып ала. Бөтөнләй ҡапма-ҡаршы яҡҡа сығып китә. Әммә кире әйләнеп ҡайтыуы хас вудиалленса – дәртләнеп, илһамланып, янып, яратып ҡайта һәм үҙ театрында Вуди Аллендең «Парящая лампочка» («Осмалы шәм») пьесаһы буйынса Нәркәс Искәндәрованың «Хәйерле иртә, Энид!» спектаклендә уйнай. Энид роленә ингәндә тәбиғәттән бирелгән һәләт-мөмкинлектәре актрисала яңы көс менән асылып китә.

Күптән, эйе, бик күптән актриса шул тиклем дә бирелеп, йөҙөп йөрөп уйнағаны юҡ ине бит. Беренсе бүлектә уның сәйер генә кейемгә уранған героиняһы нисә йәштә булыуын да белеү ҡыйын. Ҡарт әбейгә оҡшаған, ә пьеса буйынса Энид ҡырҡ йәштәрҙә генә. Өҫтөндә әллә нисә ҡат әләм-һәләм – ергә һөйрәлгән итәк, иңендә әллә ике ҡат ирҙәр пинжәге йә кофта, аяғында олоғара итектәр, башында иҫке яулыҡ, ә битен ипһеҙ ҙур күҙлек ҡаплай. Бөтә ҡиәфәте-ҡыбырлауы уның сиктән ашып арығанын күрһәтә. Эштән арыу, аҡсаһыҙлыҡтан арыу, йәшәүҙән арыу. Энид–Юнысова фатирына ҡайтып инә лә тапочкаһының һыңарын таба алмай, оҙаҡ хитланып эҙләй, үҙе һыңарының аяғында икәнен абайламай, ҡарлыҡҡан иләмһеҙ тауыш менән улдарына мыжыуын белә. Тутыҡҡан тимер шығырҙауына оҡшаш тауышында саҡ ҡына ла яратыу, әсәлек хисе юҡ. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ Энид күптән был донъяла юҡ. Әгәр ҙә тәүге бүлектә ул арыған, талсыҡҡан, үтә яңғыҙ һәм тормош мәғәнәһен дә юғалтҡан кеше сифатында күренһә, икенсе бүлектә уның героиняһы сәскә ата. Ул бөтөнләй үҙгәрә. Һәм был икенсегә әүерелеш тышҡы яҡтан ғына түгел – хәҙер килеп ул ғәжәйеп нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ сифатында һәм алтмышынсы йылдар модаһынан килешле элегант күлдәктә, ҡыҙыл муйынсаҡ тағып, һоҡланғыс «бабетта» прическаһы менән килеп сыға, ә иң мөһиме, ул эстән дә башҡа кеше була. Нисәмә йыл эсендә тәү тапҡыр ул ифрат тулҡынланып шоу-бизнес менеджеры Джерри-Уэкслер менән осрашыуға әҙерләнә; уны лайыҡлы ҡаршылар өсөн эләгә-тәгәрәй өйөн йыйыштыра. Ләкин уның уйнауында сәбәләнеү йәки саманан шаштырыу юҡ, юрый ҡыланып хәсрәтләнеү ҙә юҡ. Ә ихлас йөрәк, балаларса мөғжизәгә ышаныу, килер кешене йән атып көтөү бар. Ә улы менеджерҙы арбарлыҡ итеп ябай ғына фокус та күрһәтә алмағас, ул тушы ағып киткәнен дә онотоп, Педро Альмодовар фильмы героиняһы кеүек, әрнеп илай – был мәлдә уның һуңғы өмөтө өҙөлә – ошо урында ул яп-ябай ҡатынға әйләнә. Һәм йәнә актриса Эльвира Юнысова ошо бер ролдә төрлө сифаттарҙы тоташтыра: бер яҡтан – йәмһеҙ, тупаҫ, фарс стихияһы, ә икенсе яҡтан – наҙлы һәм күңелсәк холоҡ.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күренекле әйҙәүсе актрисаларының береһе, сәхнә оҫтаһы, йәштәргә өйрәтер тәжрибәле коллега. Йылдар үтеү менән актрисаның профессионализмына яңы һыҙаттар өҫтәлгән: лирик хиссиәт тәрәнерәк, фарс тағы ла сая һәм үткерерәк, социаль һәм трагик мотивтар ҙа етерлек. Я.Пулинович «Жанна. Артабан яңы көн тыуа» спектаклендә Жанна ролен (режиссеры Айрат Абушахманов), Р.Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@точка.ru»һында Рәмзилә (режиссеры Илнур Муллабаев), Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...» спектаклендә үҙәкте өҙгөс Ҡарсыҡ роле (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев), Ҡол Ғәлиҙең «Йософ менән Зөләйха»һындағы гүзәлдәрҙән-гүзәл Зөләйха (режиссеры Олег Ханов), М.Кәримдең «Ҡыҙ урлау»ындағы тетәбикә Уңғанбикә (режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев) бай колоритлы образдар уйнай. Эльвира Юнысованың һуңғы осорҙағы мәртәбәле сәхнә эштәренең береһе А.П.Чехов әҫәре буйынса «Ваня ағай» (режиссеры С.Пектеев) ғәжәп сәйер холоҡло Войницкая Мария Васильевна роле, ул профессор Серебряковҡа баш-тояғы менән бирелгән, ниндәйҙер параллель донъяларҙа үҙ мәйеле менән йәшәй, Нина Заречная монологтары менән илһамлана...

Актриса Юнысова бер ваҡытта ла эксперименттарҙан ҡасмай, өркмәй, иң ҡыйыу ижади проекттарға ла ҡуш ҡуллап ҡушылып китә һәм йәш амбициоз көстәр менән йәнәшә эшләргә ярата, шулай уҡ хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссура алымдары уға бик яҡын, шуға күрә лә ул һәр көн ҡайҙалыр эшләй, уҡый, яна, ижад итә һәм тамашасының яратып көтөп алған актрисаһы булып ҡала.

Мәҡәләнең авторы – Айһылыу СӘҒИТОВА.

Руссанан Сәрүәр Сурина тәржемәһе. 2025 йыл

(Мәҡәлә ҡыҫҡартып бирелде).

Сығанаҡ: https://tamasha-rb.ru