15 декабрҙә Асҡын районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иҫке Ҡаҙансы ауылындағы табип амбулаторияһында булды. Уны былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөгәндәр. Асҡын үҙәк район дауаханаһы баш табибы Илдар Шакиров әйтеүенсә, амбулатория Иҫке Ҡаҙансыла йәшәгәндәрҙе генә түгел, эргә-тирәләге 14 ауыл халҡын да хеҙмәтләндерә – бөтәһе бергә 2300-ҙән ашыу кеше. Модулле бина тейешле медицина ҡорамалдары, мебель менән йыһазландырылған. Бында көндөҙгө стационар, процедуралар, прививка яһау кабинеттары бар. Пациенттарға барыу өсөн автомобиль дә бирелгән. Амбулаторияла тәжрибәле белгестәр – табип-терапевт Айгөл Сабитова, фельдшер Ләйсән Ғәфүрйәнова, акушер Лилиә Ғайсина һәм процедура шәфҡәт туташы Зөбәржәт Ғайсина ҡабул итә. Медицина хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаилә ағзаларына айырым иғтибар бүлә. “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында ауыл халҡы ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы асыу, электрон рецепт яҙҙырып алыу, телемедицина консультацияһы