Кисә Инорс биҫтәһендәге ятаҡтарҙың береһенә урынлаштырылған видеокамераға яман күренеш эләккән: унда әсәй булған кеше үҙен бик агрессив тота, бәләкәй генә балаһын туҡмай, теләһә ниндәй һүҙҙәр менән әрләй. Киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә был видео таралыу менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға буйынса тикшереү башлаған. Йүнһеҙ әсәнең шәхесен тиҙ асыҡлағандар. Ул - 34 йәшлек урындағы ҡатын. Бәләкәс кенә улы менән ҡатын бүлмәне ҡуртымға алып йәшәй. Ҡатын үҙенең ата-әсәлек бурысын тейешенсә үтәмәүен тулыһынса таныған. Инцидент мәлендә айыҡ булмауын һәм киләсәктә бындай хәл ҡабатланмаҫ, тип вәғәҙә биргән. Тәфтишселәр бәлиғ булмағанды тәрбиәләү буйынса әсәлек бурыстарын башҡармау тураһында енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Малайҙы ваҡытлыса Өфөнөң ғаилә үҙәгенә урынлаштырып торғандар – был турала Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Фото: "Башинформ". Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!