Шмяк исемле бесәй балаһы менән сысҡан Сырник — иң яҡшы дуҫтар. Улар бөтә эште бергә башҡара һәм бер секундҡа ла айырылмай. — Беҙ һинең менән мәңгегә дуҫтар! — тине Шмяк. — Мәңгегә дуҫтар! — тип ризалашты Сырник. Нисек итеп яратҡан дуҫымды ҡыуандырам икән? – тип уйланып ултырҙы Шмяк. – Уны ныҡ шатландырырға теләйем. Әһә! Мин уға уйындар һәм тәмлекәстәр менән байрам әҙерләйем. Был сюрприз буласаҡ! "Кәрәкле нәмәләрҙең яҙырға кәрәк. Ҙур торт, күп туңдырма менән кәнфит, шарҙар, пищалкалар, көлкө эшләпәләр, һәм тағы ла бик күп нәмәләр!" Икенсе көнө, Шмяк дуҫтарына шылтыратырға уйлағанда, Сырник янында торған ине. «Их, нисек эш башҡарырға? – тип уйланы Шмяк. – Сырник минең менән һәр ваҡыт булғас, мин нисек уға сюрприз әҙерләйем?» Шмяк аяҡ осонда аш бүлмәһенә барып инде лә, Сырник ишетмәһен тип, бышынып ҡына әсәһенә уйлаған уйын һөйләне. — Бик шәп уйлап тапҡанһың, — тине әсәһе. — Ләкин Сырникһыҙ магазинға нисек барасаҡһың? — Минең бер уйым бар! — тип яуапланы Шмяк. Шмяк Сырникты уның һең
Бесәй балаһы Шмяк һәм Сырник-мәңгегә дуҫтар
15 декабря 202515 дек 2025
2
3 мин