Үлемесле заман ағыуы - йәш быуынды, балаларыбыҙҙы, ейәндәребеҙҙе кешелектән сығарыуы ихтимал булған хәүефле психоактив матдә. Бөтә наркотиктар ҙа баш мейеһендә барған химик процестарҙа ҡатнаша, уларҙы үҙгәртә һәм бәйлелек үҫеүенә килтерә. Кеше бөтә ғүмере буйына даими рәүештә психоактив матдәләр ҡулланырға мәжбүр. Наркотиктарға тыйып торғоһоҙ ынтылыш барлыҡҡа килә. Наркомания үҫешенең төп билдәләре: наркотикка күнегеү һәм уға бәйлелек тыуыуы, дозаны һәм уны ҡулланыу йышлығын арттырыу, сираттағы доза булмағанда “ломка” башланыуы. Алкоголь һәм тәмәке шулай уҡ психоактив матдәләргә ҡарай, әммә юридик яҡтан наркотик булып иҫәпләнмәй. Бөтә психоактив матдәләрҙең дә ағыу икәнлеген хәтерҙән сығармағыҙ. Мейенең күҙәнәктәре һәләк булыуы арҡаһында наркомандың фекерләүе боҙола, интеллекты түбәнәйә, хәтере насарлана. Наркотиктар психиканы үҙгәртә, хәрәкәтте боҙа, хис-тойғоларҙы ярлыландыра. Организмдағы бөтә ағыуҙар бауыр тарафынан зарарһыҙландырыла, ә наркотиктар уның күҙәнәктәрен дә һәләк итә һә
Зарарлы ғәҙәт йәштәр араһындағы үлем кимәлен арттыра
15 декабря 202515 дек 2025
1 мин