Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Башҡортостан геройҙары" финалисы стажировка тураһында видео төшөргән

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Эрик Фатиев Дәүләкән районы хакимиәтендә эшләй башлаған һәм үҙенең тәжрибәһен күрһәтеү өсөн хатта бер аҙға режиссер һөнәрен үҙләштергән. Ул үҙенең стажировка үткән бер көнөн видеоға төшөргән. Программаға ярашлы, үҙенең остазы, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов менән осрашҡанда Эрик Урал улы мөһим башланғыс – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киберспортты үҫтереү проекты тураһында әйткән. Ул үҙенең видеоһында шулай уҡ райондың йәштәр сәйәсәте үҙенсәлектәре тураһында һөйләгән. Шулай итеп, олпат яугир республикабыҙ хәрбиҙәре өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһына ҡушылды. Әйткәндәй, “Башҡортостан геройҙары” проекты февралдә “Геройҙар дәүере” федераль башланғысының төбәктәге дауамы кеүек башланғайны. Программала махсус хәрби операцияла булған яугирҙәр ҡатнаша. Сығанаҡ, фото: Дәүләкән районы хакимиәте. Беҙҙең МАХ каналына https://max
Оглавление
     "Башҡортостан геройҙары" финалисы стажировка тураһында видео төшөргән
"Башҡортостан геройҙары" финалисы стажировка тураһында видео төшөргән

"Башҡортостан геройҙары" финалисы стажировка тураһында видео төшөргән

Программаға ярашлы, үҙенең остазы, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов менән осрашҡанда Эрик Урал улы мөһим башланғыс – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киберспортты үҫтереү проекты тураһында һөйләгән.

“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалисы Эрик Фатиев Дәүләкән районы хакимиәтендә эшләй башлаған һәм үҙенең тәжрибәһен күрһәтеү өсөн хатта бер аҙға режиссер һөнәрен үҙләштергән. Ул үҙенең стажировка үткән бер көнөн видеоға төшөргән.

Программаға ярашлы, үҙенең остазы, Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов менән осрашҡанда Эрик Урал улы мөһим башланғыс – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн киберспортты үҫтереү проекты тураһында әйткән. Ул үҙенең видеоһында шулай уҡ райондың йәштәр сәйәсәте үҙенсәлектәре тураһында һөйләгән. Шулай итеп, олпат яугир республикабыҙ хәрбиҙәре өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһына ҡушылды.

Әйткәндәй, “Башҡортостан геройҙары” проекты февралдә “Геройҙар дәүере” федераль башланғысының төбәктәге дауамы кеүек башланғайны. Программала махсус хәрби операцияла булған яугирҙәр ҡатнаша.

Сығанаҡ, фото: Дәүләкән районы хакимиәте.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!