“Ғаилә” милли проектына ярашлы, Бишбүләк районында яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Ул тулыһынса махсуслаштырылған акушер-гинекологик ярҙам күрһәтеүҙең юғары стандарттарына яуап бирә. Яңы консультация заманса матди-техник база менән тәьмин ителгән: эксперт класындағы алдынғы диагностика ҡорамалы урынлаштырылған, ә белгестәрҙең эш урындары һаулыҡ һаҡлауҙы һанлаштырыу бурыстарына яуап биреүсе автоматлаштырылған системалар менән йыһазландырылған. Проект эштәрен башҡарғанда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлылыҡ һәм файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыуға айырым иғтибар бирелгән. Уларҙың ҡарамағында – киң регистратура, уңайлы гардероб, йәмле фойе һәм балалар өсөн уйын зонаһы. Яңы медицина үҙәге ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән. Уның структураһында ике койкалыҡ көндөҙгө стационар, медицина психологы ҡатнашлығында ойошторолған медик-социаль ярҙам кабинеты бар. Бында сифатлы медицина ярҙамы алыуҙан тыш, психологик, социаль-хоҡуҡи ярҙам да алырға мөмкин. Илгә ҡағылған тәрән демографик к