UI GreenMetric 2025 Халыҡ-ара рейтингы йомғаҡтары буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты тотороҡло үҫеш өлкәһендә үҫеш күрһәтеп, үҙ позицияларын күпкә яҡшыртты. “Экологик именлек” милли проекты (национальный проект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә юғары уҡыу йорто юғары белем биреүҙә экологик трансформация лидерҙарының береһе статусын раҫланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында. Университеттарҙы тотороҡло үҫеш критерийҙары буйынса баһалаған бөтә донъя рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты донъяның 1754 юғары уҡыу йорто араһында 158-се урынды биләй, абруйлы глобаль төркөмгә инә. Милли зачетта университет иң көслө өсәү иҫәбендә, Рәсәй ҡатнашыусылары араһында 3-сө урынды биләй. Был юғары һөҙөмтә тәьҫирле ыңғай үҫеш менән нығытыла. Башҡорт дәүләт аграр университеты донъя рейтингында 42-се урынға күтәрелде, дөйөм балды 340 пунктҡа арттырҙы. – Өлгәшелгән һөҙөмтә – ул Башҡорт дәүләт аграр университеты коллект