Башҡортостан Республикаһы Дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылының Салауат Юлаев урамында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре «Лада Гранта»ны туҡтатҡан. Асыҡланыуынса, руль артында ултырған 43 йәшлек ҡатын ОСАГО полисына яҙылмаған автомобиль менән идара итеп кенә ҡалмаған, шулай уҡ ялған водитель таныҡлығын да файҙаланған. Дәүләт автоинспекцияһының федераль базаһы буйынса тикшергәндә уның күрһәткән таныҡлығы, хужаның мәғлүмәттәре оҡшаш булһа ла, икенсе гражданда иҫәпләнә. Ҡатын аңлатыуынса, 2019 йылда дауаханала дауаланғанда, исемен хәтерләмәй, палата буйынса күршеһе аша 70 мең һумға исем-шәрифенә водитель таныҡлығы бланкыһы һатып алған. Документ визуаль рәүештә ысынбарлыҡҡа оҡшаған, һәм ул алты йыл буйына, законлы тип иҫәпләп, уның менән файҙаланған. Тәртип боҙоусыға ҡарата «идара итеү хоҡуғынан тыш автомобиль йөрөтөү» һәм «ОСАГО полисының булмауы» статьялары буйынса административ протоколдар төҙөлгән. Йыйылған материалдар енәй