Бөгөн Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һәм Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт буйынса комиссияһы ағзаһы Гөлназ Йосопова республика Хөкүмәтенең “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлеше буйынса комиссия ултырышында ҡатнашты. “Торатау” конгресс-холында власть огандары вәкилдәре, ғалимдар, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, киң мәғлүмәт саралары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре йыйылды. Ултырыш БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкселегендә үтте. “Туған телдә һөйләшә алыу һәр граждандың мәҙәни мираҫының айырып алғыһыҙ өлөшө булып тора. Тыуған тел – ошо телдә һөйләшкән һәр кешенең йөрәгенә күпер ул”, – тине Ынйы Әхмәҙуллина. Гөлназ Йосопова билдәләгәнсә, 2025 йылда АИС “Башперевод” һәм “Хатаһыҙ ҡала” чат-боты кеүек ярҙамсылар барлыҡҡа килде. “Улар комиссияның эшенә бик ярҙам итә. Киләһе йылға комиссияның пландары, күсмә ултырыштары тәғәйенләнгән. Башҡортостан
Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы закон нисек үтәлә?
26 декабря 202526 дек 2025
1 мин