Бөгөн Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Ғиниәт улы Мостафин күркәм ғүмер байрамын – 70 йәшен билдәләй. Был төбәк халҡы ғына түгел, республиканың аграр тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең күбеһе уны ҙур тәжрибәгә эйә һөнәр оҫтаһы, абруйлы етәксе, ғөмүмән, кешелекле, тура һүҙле, намыҫлы шәхес булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Рәмил Ғиниәт улы бөтә ғүмерен тыуған төйәгенең, тыуып үҫкән Яҡшымбәт ауылының үҫешенә, яҡташтарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә арнаған, бына инде 35 йыл “Искра” хужалығын лайыҡлы етәкләй. Уның фиҙакәр эшмәкәрлеге “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Салауат Юлаев ордены һәм башҡа бихисап наградалар менән билдәләнгән. “Искра” – райондағы иң эре хужалыҡтарҙың береһе, ул 12 ауылды берләштерә, уның ҡарамағында алты бригада эшләй, йәмғеһе 240-тан ашыу кеше мәшғүл. Кооператив 19420 гектар ерҙе биләй, шуның 18600 гектары – һөрөнтө ерҙәр. Хужалыҡ уңғандары ошо баҫыуҙарҙа бойҙай, арыш, арпа, һоло, кукуруз, көнбағыш, етен кеүек культур