“Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Өфө предприятиеһы тарафынан әҙерләнгән 20,3 тонна балды Сербияға экспортҡа оҙатты. Агросәнәғәт комплексының продукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы башҡарылды. Экспортҡа оҙатыу алдынан күҙәтеү ведомствоһы белгестәре башҡорт балы тултырылған 70 мискәне тикшерҙе һәм рәсмиләштерҙе. Бал аккредитацияланған лабораторияла тейешле бөтә лаборатор тикшереүҙәрҙе үтте. Татлы ризыҡ импортер илдең фитосанитар һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә, тип билдәләнеләр “Россельходнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. 2025 йыл башынан республика Сербияға 101,5 тонна бал оҙаттҡан. Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы киң күләмле “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (нацпроект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашыра. Программа бюджеты 2024–2030 йылдарға 1,24 триллион һум күләмендә билдәләнгән. Маҡсаты – сеймалға ҡарамаған һәм энергетик бул