Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ике район ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуандырҙылар

Краснокама һәм Миәкә райондарында ике ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы тантаналы рәүештә асылды. Ойошмалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы эш башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында эксперт класлы сканер һәм кардиотокография бар. Улар йөклөлөк ваҡытында әсә һәм бала хәлен күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Диагностикалау менән дауалауҙың алдынғы ысулдарын файҙаланған тәжрибәле гинекологтар һәм акушерҙар хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Табиптар телемедицина ярҙамында республикалағы махсуслашҡан үҙәктәр белгестәре менән арауыҡта консультация үткәрәсәк. "Быйыл ғәмәлдәге акушер-гинеколог кабинеты нигеҙендә 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асыласаҡ. Тағы дүрт медицина ойошмаһында – Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаларында модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының асылыуы планлаштырыла”, - тип һөйләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлу министры Айрат Рәхмәтуллин. Сығанаҡ, фото:
Оглавление
    Ике район ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуандырҙылар
Ике район ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуандырҙылар

Ике район ҡатын-ҡыҙҙарын ҡыуандырҙылар

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында эксперт класлы сканер һәм кардиотокография бар. Тулыраҡ - түбәндә:

Краснокама һәм Миәкә райондарында ике ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы тантаналы рәүештә асылды. Ойошмалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ғаилә” (национальный проект “Семья”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы эш башланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларында эксперт класлы сканер һәм кардиотокография бар. Улар йөклөлөк ваҡытында әсә һәм бала хәлен күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Диагностикалау менән дауалауҙың алдынғы ысулдарын файҙаланған тәжрибәле гинекологтар һәм акушерҙар хеҙмәттәр күрһәтәсәк. Табиптар телемедицина ярҙамында республикалағы махсуслашҡан үҙәктәр белгестәре менән арауыҡта консультация үткәрәсәк.

"Быйыл ғәмәлдәге акушер-гинеколог кабинеты нигеҙендә 11 ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асыласаҡ. Тағы дүрт медицина ойошмаһында – Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас, Аҡъяр үҙәк район дауаханаларында модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының асылыуы планлаштырыла”, - тип һөйләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлу министры Айрат Рәхмәтуллин.

Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!