Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, Борай районында яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды. Ул “Ғаилә” милли проекты (национальный проект "Семья") маҡсаттарына ярашлы йыһазландырылған. Учреждение акушер-гинекология ярҙамы күрһәтеүҙең заманса стандарттарына яуап бирә. Унда ике ультратауыш аппараты һәм феталь монитор урынлаштырылған. Шулай уҡ процедура, медик-психологик ярҙам кабинеттары ла йыһазландырылған. Ғаиләләр уңайлылығы өсөн балалар мөйөшө һәм көтөп ултырыу залы ла бар. “Ғаилә” милли проекты ата-әсәләр һәм балаларға ярҙам сараларын берләштерә: әсәлек капиталы түләнә, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы баланы тапҡан өсөн өҫтәмә дәртләндереү саралары булдырыла. Бөтә ил буйынса әүҙем ғүмер оҙайлылығы ғәмәлгә ашырыла. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла башланы. Фото: “Вести-Башҡортостан”. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Борай районында яңы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылды
26 декабря 202526 дек 2025
~1 мин