“Крәҫтиәндәр сәйгә аҡса сарыф итмәҫ өсөн уның урынына ҡайын ороһон бешерә. Ә доктор Масленников аптырай: был ауылда яман шеш юҡ”, – тип яҙа Александр Солженицын үҙенең бер әҫәрендә. Файҙалы үҙенсәлектәре Чага – ҡайын бәшмәге. Ғүмере буйына ул туҡлыҡлы матдәләрҙе, ағас һутын, шулай уҡ паразиттарҙан һаҡланыу өсөн ҡайын етештергән антиесемдәрҙе үҙ эсенә йыя. Ул составы йәһәтенән бик үҙенсәлекле, әммә хәүефһеҙ, йәғни көн һайын сәй кеүек эсергә мөмкин. Чага онкологияны дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә лә файҙаланыла. Уның файҙалы үҙенсәлектәре: иммун системаһын нығыта һәм әүҙемләштерә; тәнде метаболизмдың ағыулы продукттарынан таҙарындырырға ярҙам итә; онкологияла һәм уны иҫкәртеүҙә ҡулланыла, шулай уҡ химия терапияһы ваҡытында сирлегә үҙен яҡшыраҡ тойорға ярҙам итә; ашҡаҙанға һәм эсәктәргә ыңғай тәьҫир итә, уларҙы елһенеүҙән һаҡлай, бауырға ярҙам итә; ҡанда глюкозаны кәметә; атопик дерматитты һәм аллергияны дауалау өсөн ҡулланыла; артериаль һәм ҡан тамырҙары баҫымын, пульс йышлығын кәметә; шулай у