Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы йылға – яҡты өмөттәр менән

Яңы йыл алдынан үткәнгә күҙ ташлап, башҡарылған эштәрҙе өр-яңынан баһалау һәм алға яңы бурыстар алыу яуаплылыҡты арттырыуҙан тыш, йүнәлеште дөрөҫ һәм аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала һәм республика матбуғат саралары ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм төп эш пландары менән таныштырҙы. Традицияға әүерелгән матбуғат конференцияһында “Башҡортостан”, ”Республика Башкортостан” һәм “Кызыл таң” гәзиттәре журналистары ла ҡатнашты. Ҙурлығы, халыҡ һаны, иҡтисади ҡеүәте яғынан республикала Өфөнән ҡала икенсе урынды биләгән Стәрлетамаҡтың уңышлы аҙымдары, эш тәжрибәһе, әһәмиәтле саралар ойоштороуҙағы яңылыҡтары барыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Диалог ике яҡ өсөн дә файҙалы булды, ҡала тормошоноң күп яҡлы социаль-иҡтисади, социаль мәсьәләләренә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, социаль объекттар төҙөлөшө, ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылған һорауҙарға журналистар тулы яуап алды. Әлбиттә, тәүге һорауҙың махсус хәрби опе
Оглавление
    Яңы йылға – яҡты өмөттәр менән
Яңы йылға – яҡты өмөттәр менән

Яңы йылға – яҡты өмөттәр менән

Стәрлетамаҡ урамдарының таҙалығы, бордюрҙарға тиклем ҡарҙан ҡырып таҙартылыуын күреп, коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына һоҡланмау, хатта көнләшмәү мөмкин булманы. Баш ҡалаға бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

Яңы йыл алдынан үткәнгә күҙ ташлап, башҡарылған эштәрҙе өр-яңынан баһалау һәм алға яңы бурыстар алыу яуаплылыҡты арттырыуҙан тыш, йүнәлеште дөрөҫ һәм аныҡ билдәләргә ярҙам итә. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡала һәм республика матбуғат саралары ҡатнашлығында үткән матбуғат конференцияһында үткән йылға йомғаҡ яһаны һәм төп эш пландары менән таныштырҙы.

Традицияға әүерелгән матбуғат конференцияһында “Башҡортостан”, ”Республика Башкортостан” һәм “Кызыл таң” гәзиттәре журналистары ла ҡатнашты. Ҙурлығы, халыҡ һаны, иҡтисади ҡеүәте яғынан республикала Өфөнән ҡала икенсе урынды биләгән Стәрлетамаҡтың уңышлы аҙымдары, эш тәжрибәһе, әһәмиәтле саралар ойоштороуҙағы яңылыҡтары барыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Диалог ике яҡ өсөн дә файҙалы булды, ҡала тормошоноң күп яҡлы социаль-иҡтисади, социаль мәсьәләләренә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, социаль объекттар төҙөлөшө, ҡаланы төҙөкләндереүгә ҡағылған һорауҙарға журналистар тулы яуап алды. Әлбиттә, тәүге һорауҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьәләһенә ҡағылыуы һис ғәжәп тойолманы, сөнки исемле йыл тамамланыу менән был мөһим эштәрҙе хәл итеү элеккесә ҡала хакимиәте командаһынан иғтибарлы мөнәсәбәт һәм даими тырышлыҡ талап итәсәк. Ватан һағында тороусыларҙың данлы иҫтәлеген мәңгеләштереү, хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеү буйынса ла эште дауам итеү пландары менән таныштыҡ. Эмиль Владиславович быйыл август айында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы геройҙарға мемориал асыуҙарын, Ватанды һаҡлауға ғүмерҙәрен биргән һалдаттарҙың исемдәре унда яҙыласағын белдерҙе. Быйыл “Дом СВОих” асылыуы һәм Стәрлетамаҡ ветерандары ассоциацияһы төҙөлөүе ҡала өсөн әһәмиәтле, иҫтәлекле ваҡиға. Ҡала халҡының яугирҙәргә ярҙамы – үҙе айырым ваҡиға. Квартал һайын махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылау ебәрелә. Өс йыл эсендә ҙур күләмле 17, ведомстволар тарафынан әҙерләнгән 647 ылау һәм 126 автомобиль оҙатылған.

Йәш белгестәргә ярҙам итеү, уларҙы тыуған ҡалаларына еректереү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды. Ҡала хакимиәте башлығы яңыраҡ ҡына яҡташлыҡ рухын күтәреү маҡсаты менән республиканың баш ҡала вуздары студенттары менән осрашыуы, Санкт-Петербургтағы яҡташтарын уҡып бөткәндән һуң тыуған яҡтарына эшкә саҡырыуы тураһында һөйләне.

Стәрлетамаҡ бер урында тапанырға күнекмәгән, социаль объекттар, биш мең квадрат метр майҙанды биләгән “Алға” физкультура-һауыҡтырыу комплексын, “Прибрежный” биҫтәһендә 1050 урынлыҡ мәктәпте төҙөүен дауам итә. Алдағы йылдарҙа ҡаланың Көнбайыш биҫтәһендәге яңы поликлиниканың ҡалҡып сығыуы көтөлә – әле проект-смета документтары әҙерләнә. Ҡаланы төҙөкләндереү буйынса киләһе йылға ла пландар ҙур, объекттар билдәләнгән. “Каучук” стадионының яҙмышы хаҡында ла журналистар анығыраҡ белергә теләне. Ҡала етәксеһенең әйтеүенсә, уны муниципалитет ҡарамағына тапшырыу планлаштырыла, юридик процедуралар тамамланғандан һуң шәхси меценат башланғысына ярашлы объект, бөтә инфраструктура үҙгәртеп ҡороласаҡ.

Киләһе йыл Стәрлетамаҡ 260 йыллығын билдәләйәсәк. “Әлегә уның ниндәй рәүештә һәм ҡасан үтәсәге тулыһынса асыҡланмаған, был хаҡта фекер алышыу бара. Әммә был иҫтәлекле көнгә ниндәй саралар ойоштороу билдәле, шуларҙың иҫәбендә – тәү тапҡыр үтәсәк ”Стәрле тауышы” йыр конкурсы”, тип белдерҙе Эмиль Шәймәрҙәнов. Был проект ҡала хакимиәтенең грант конкурсында еңеү яулаған, маҡсаты изге – яңы таланттарҙы эҙләү һәм табыу.

Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар көндәлек тормошҡа ҡағылған мәсьәләләрҙе лә урап үтмәне - йорттарҙағы йылылыҡ, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу, ял парктарын тәртиптә тотоу, күпер ремонтлау һәм башҡа мөһим һорауҙарға ҡала хакимиәте етәксеһенән аныҡ яуап алынды. Стәрлетамаҡ урамдарының таҙалығы, бордюрҙарға тиклем ҡарҙан ҡырып таҙартылыуын күреп, коммуналь-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына һоҡланмау, хатта көнләшмәү мөмкин булманы. Баш ҡалаға бына кемдән өлгө алырға кәрәк!

Хакимиәт башлығының Яңы йыл байрамын ҡайҙа ҡаршыларға йыйыныуы ла журналистарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Эмиль Владиславович та, бик күп яҡташтары кеүек, Яңы йылды өйҙә, ғаиләһе – хәләл ефете һәм ҡыҙы менән билдәләйәсәк.

Фото: Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сайты.