- “Төндә ижад итергә тура килә...”
- "Ҡыҙым тыуғас, уны туған телгә өйрәтеү мәсьәләһе килеп баҫты. Шул саҡта балалар китабына бағышһүрәттәр төшөрөү уйы барлыҡҡа килде. Әйшә өсөн беренсе китапты өйҙә эшләнем, ул бер дана ғына булды. Атап әйткәндә, Шарль Перроның китабын туған телгә тәржемә иттем. Ул балам өсөн генә ине..."
“Төндә ижад итергә тура килә...”
"Ҡыҙым тыуғас, уны туған телгә өйрәтеү мәсьәләһе килеп баҫты. Шул саҡта балалар китабына бағышһүрәттәр төшөрөү уйы барлыҡҡа килде. Әйшә өсөн беренсе китапты өйҙә эшләнем, ул бер дана ғына булды. Атап әйткәндә, Шарль Перроның китабын туған телгә тәржемә иттем. Ул балам өсөн генә ине..."
Яугир яҙыусы Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова – һөнәре буйынса табип, әммә уны башҡорт әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә ғашиҡ кеше булараҡ та беләбеҙ. Быйыл ул Өфөлә Шарль Перро, бер туған Гриммдар һәм Сергей Аксаков әкиәттәренә бағышһүрәттәр (иллюстрациялар) күргәҙмәһен ойоштороп, үҙен һәләтле рәссам булараҡ та күрһәтте.
– Алһыу Әнүәр ҡыҙы, ижади йәһәттән бик әүҙем эшмәкәрлек алып бараһығыҙ. Беренсенән, Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сараларҙың уртаһында ҡайнап, уның иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ, икенсенән, Өфөлә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте магазины майҙанында күргәҙмәгеҙҙе лә ойошторҙоғоҙ. Үҙенсәлекле йүнәлешкә – бағышһүрәттәр ижад итеүгә һеҙҙе нимә этәрҙе?
– Олатайым китап сығарыу менән шөғөлләнгәс, миңә был ғәмәлгә ашмаҫтай хыял кеүек тойолманы, ә ябай эш кеүек күренде, сөнки нисек китап тыуғанын күреп үҫтем. Миңә биш-алты йәш булғанда, А4 күләмендәге ҡағыҙҙарҙы бөкләп, һүрәттәр яһап, китаптар эшләп маташтым. Бер мәл әсәйем бер туған Гриммдарҙың немец телендә сыҡҡан “Ҡыйыу етәү” тигән китабын бүләк итте. Был китаптар Рәсәйҙә башҡаса булмағандыр, сөнки уны Германия Демократик Республикаһынан яҙҙырып алды. Китап ябай ҡурсаҡ бағышһүрәттәре менән биҙәлгән ине, улар минең өсөн хыялға ашмаҫтай күренеш булды. Мин дә, ошоға ҡарап, пластилиндан ҡурсаҡтар, ризыҡтар, әйберҙәр эшләй башланым. Ғөмүмән, бала саҡтан әкиәт уҡырға, һүрәт төшөрөргә, ҡурсаҡ уйнарға яраттым – бөтәһе лә ошонан башланып һәм бағышһүрәттәр төшөрөүгә нигеҙ булғандыр.
Ә етди эштәр “Үгәй ул” китабынан башланды. Олатай, ейәнсәрем берәй ваҡыт уның китаптарына бағышһүрәттәр эшләй башлар, тип өмөт иткәндер, күрәһең. “Үҫкәс, китаптарыма бағышһүрәттәр эшләрһең”, – тип шаяртып әйтә торғайны. Шулай килеп сыҡты ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул баҡыйлыҡҡа күскәс, Яныбай Хамматовтың минең бағышһүрәттәр менән биҙәлгән “Үгәй ул” тигән китабы сыҡты. Был эште нәфис биҙәлеш буйынса белеме булмаған кешегә ышанып тапшырған “Китап” нәшриәтенә ҙур рәхмәт. Шул мәлдән нәшриәт менән хеҙмәттәшлегебеҙ башланып китте. Артабан минең бағышһүрәттәр менән биҙәлгән тағы ла бер нисә китап баҫылды.
Ҡыҙым тыуғас, уны туған телгә өйрәтеү мәсьәләһе тыуҙы. Шул саҡта балалар китабына бағышһүрәттәр төшөрөү уйы барлыҡҡа килде. Әйшә өсөн беренсе китапты өйҙә эшләнем, ул бер дана ғына булды. Атап әйткәндә, Шарль Перроның китабын туған телгә тәржемә иттем. Ул балам өсөн генә ине.
Һуңынан әсәйем нәшриәттә был китапты Динә Талхинаға күрһәткән. Ул: “Нисек инде бындай китапты башҡа балаларҙан йәшереп була?!” – тип уны тулы баҫма итеп сығарырға тәҡдим итә. Шулай итеп, ошо мәлдән ҙур ижадҡа сумдым.
– Ҡурсаҡтарҙы, персонаждарҙы ҡайҙан алдығыҙ?
– Тәүҙә бала сағымдан һаҡланған ҡурсаҡтарҙы, уйынсыҡтарҙы файҙаландым. Аҙаҡ инде оло йәштәге әкиәт геройҙары етмәгәс, уларҙы үҙемә лә эшләргә тура килде. Шул мәлдә осраҡлы ғына башҡорт әкиәттәренә бағышһүрәттәр конкурсында ҡатнашырға тура килде. Әлбиттә, унда бер ниндәй ҙә урын яулай алманым, әммә “Һунарсы менән Мәскәй әбей” әкиәтенә бағышланған һүрәттәрем һаҡланды. Берәй ҡасан кәрәге тейер әле, тип һалып ҡуйҙым.
Артабанғы этап “Ал сәскә” булды. Быға тиклем рус теленән башҡортсаға үҙем тәржемә иттем, был күп ваҡытты ала ине, шуға күрә лә артабан Гөлнур апай Яҡупованың тәржемәһен файҙаландым.
Сергей Тимофеевич Аксаковтың юбилей мәле ине. Әсәйем ошо китапҡа бағышһүрәттәр эшләргә тәҡдим итте. Ул саҡта эшкә сыҡҡайным, ваҡыт етмәй, шуға күрә лә әсәйем декорациялар эшләүҙә ярҙам итте. Ҡурсаҡтарҙы үҙем эшләнем, уларҙың һәр береһенә бер нисә төр кейем тектем. Һүрәттәрҙе иғтибарлы ҡарағанда, ҡурсаҡтарҙың йөҙөндә ике төрлө сағылышын күрергә мөмкин. Бер яҡтан төшөрһәң, улар шат, икенсе яҡҡа борһаң - моңһоуҙар. Төшөргәндә ике ҡурсаҡ эшләп тормаҫ өсөн ошо ысулды ҡулландым.
Был бағышһүрәттәрҙе эшләгәндә ғаиләм – әсәйем, өләсәйем ныҡ ярҙам итте. Улар балаларҙы тәрбиәләү буйынса күп хәстәрлекте үҙ иңдәренә алды. Төп һөнәрем – табип, күп ваҡытым эшкә бағышлана, шуға күрә лә мауығыуҙарыма ваҡыт аҙ ҡала ине. Бер китапҡа бағышһүрәттәр эшләүгә өс йылдан алып биш йылға тиклем ваҡыт китте. Хәҙер инде ҡыҙҙарым да кәңәштәре менән ярҙам итергә тырыша.
– Бындай ижадҡа ынтылыш булғас, ни өсөн сәнғәт юлын һайламанығыҙ?
– X класта уҡығанда художестволы графика дәрестәренә йөрөнөм. Табип та, рәссам да булырға теләнем. Рәссам булып, аҙаҡ табип була алмаясаҡмын, ә табиплыҡҡа уҡып, рәссам булырға мөмкин, тип уйлап, универсаль һөнәр һайланым. Хәҙер ике йүнәлеште лә бергә алып барырға тура килә. Ҡайҙан ваҡыт табаһың, тип һорайҙар. Бының өсөн төн дә бар бит, шуға ла ошо мәлдә ижад итергә тура килә.
– Ысынлап та, йәйгеһен һеҙ матур күргәҙмә ойоштороҙоғоҙ. Быға нимә этәргес булды?
– Элек бындай уй башҡа инеп тә сыҡманы. Бындай фекер уйламағанда тыуҙы, сөнки “Китап” нәшриәтенең матур, уңайлы күргәҙмә залы булған магазины асылды. Йәйге каникулға ҡарата балалар күргәҙмәһе яҡшы булыр, тип уйлап, ошо эшкә тотондом.
Үҙ мәлендә ҡурсаҡ һүрәттәре булған китаптар минең тормошома ҙур йоғонто яһаны, шуға күрә лә балаларҙа ижадҡа этәргес булһын, тигән маҡсат ҡуйып, ошо күргәҙмәне ойошторҙом. Иң мөһиме – балалар күрһен һәм был һүрәттәрҙе улар үҙҙәре лә эшләй алғанын, бында бер ниндәй ҙә ауырлыҡ булмауын аңлаһын. Улар ижад иткәндә үҙҙәренең уйынсыҡтарын, әйберҙәрен файҙалана ала. Ҡыҙҙарым икенсе йүнәлеште һайланы: Әйшә – фән юлында, биология менән ҡыҙыҡһына, Нәйлә күберәк йырларға ярата һәм медицинаны юлын һайланы, әммә улар һүрәт төшөрөргә ярата. Ҡыҙҙарым – ижадта кәңәшселәрем. Олатайҙың 100 йыллыҡ юбилейына ҡарата кабинетының, баҡсаһының макетын эшләүҙә ярҙам иттеләр.
– Билдәле яҙыусы Яныбай Хамматовтың шундай башҡорт рухлы ейәнсәре һәм бүләсәрҙәре булыуына һоҡланабыҙ. Тимәк, уның халҡым тип тырышыуы, яныуы бушҡа булмаған. Ул күктән ҡарап, һеҙгә һоҡланалыр, моғайын. Алһыу Әнүәр ҡыҙы, һеҙгә яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
ФЕКЕР
Әнүәр ЗАМАЛОВ,
Алһыу Хамматованың атаһы:
– Дүрт йәштә русса бер һүҙ ҙә белмәй ине. Уның ҡыҙҙары, ейәнсәрҙәрем, балалар баҡсаһына барғас ҡына русса һөйләшә башланы. Бәләкәй ейәнсәрем Нәйлә “Аҡлан” яҙыусылар баҡсаһында велосипедта йөрөй ине. Өләсәһе Гүзәл менән өйҙә русса һөйләшә, ә тәҙрә асыҡ, ишетелеп тора. Нәйлә килеп инде лә: “Ниңә бында русса һөйләшәһегеҙ!” – тип уларға шелтә яһаны. Үҙем дә ейәнсәрҙәрҙән һәр саҡ башҡортса һөйләшеүҙәрен талап итәм.
Фото: Рәмилә Мусина һәм Алһыу Хамматованың ғаилә архивынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!