Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Комиссариатҡа килергә ҡурҡмаһындар

Әлеге мәлдә илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы бара. Егеттәр гражданлыҡ бурыстарын үтәргә теләп барамы, атай-әсәйҙәргә улдары өсөн борсолорға кәрәкме – саҡырыу кампанияһына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу өсөн Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим ВИНОГРАДОВҡа мөрәжәғәт иттек. – Вадим Евгеньевич, хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһының ҡыҙған мәле, тип әйтергә мөмкин. Ул һеҙҙең комиссариатта нисек бара? – 1 октябрҙән илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланып, 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Унда Берҙәм хәрби иҫәп реестрын файҙаланып, электрон саҡырыу ҡағыҙы ҡулланыла. Ошоға бәйле, хәрби комиссариатҡа саҡырылған егеттәр һаны ла артты. Шулай уҡ комиссариатҡа килеүселәр ҙә, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, күбәйҙе. Көҙгө саҡырыуҙа Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет районы буйынса хәрби комиссариатынан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 200-ҙән ашыу йәш кеше хеҙмәткә алынырға тейеш. Улар медицина комиссияһын үтте. Егеттәрҙең бер өлөшө хәрби ч
Оглавление
    Комиссариатҡа килергә ҡурҡмаһындар
Комиссариатҡа килергә ҡурҡмаһындар

Комиссариатҡа килергә ҡурҡмаһындар

Әлеге мәлдә илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы бара. Егеттәр гражданлыҡ бурыстарын үтәргә теләп барамы, атай-әсәйҙәргә улдары өсөн борсолорға кәрәкме – саҡырыу кампанияһына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу өсөн Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим ВИНОГРАДОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Әлеге мәлдә илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы бара. Егеттәр гражданлыҡ бурыстарын үтәргә теләп барамы, атай-әсәйҙәргә улдары өсөн борсолорға кәрәкме – саҡырыу кампанияһына бәйле ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу өсөн Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет райондары буйынса хәрби комиссары Вадим ВИНОГРАДОВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Вадим Евгеньевич, хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһының ҡыҙған мәле, тип әйтергә мөмкин. Ул һеҙҙең комиссариатта нисек бара?

– 1 октябрҙән илебеҙҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланып, 31 декабргә тиклем дауам итәсәк. Унда Берҙәм хәрби иҫәп реестрын файҙаланып, электрон саҡырыу ҡағыҙы ҡулланыла. Ошоға бәйле, хәрби комиссариатҡа саҡырылған егеттәр һаны ла артты. Шулай уҡ комиссариатҡа килеүселәр ҙә, алдағы йылдар менән сағыштырғанда, күбәйҙе.

Көҙгө саҡырыуҙа Өфө ҡалаһының Октябрь һәм Совет районы буйынса хәрби комиссариатынан Рәсәй Ҡораллы Көстәренә 200-ҙән ашыу йәш кеше хеҙмәткә алынырға тейеш. Улар медицина комиссияһын үтте. Егеттәрҙең бер өлөшө хәрби частарға юлланды, ҡалғандары ла йыл аҙағына тиклем тәғәйен урындарына барып етәсәк.

– Улар үҙ теләктәре менән хәрби комиссариатҡа киләме, әллә эҙләп алаһығыҙмы?

– Берҙәм хәрби иҫәп реестрын ҡуллана башлағас, был йәһәттән эш еңелләште. Беренсенән, саҡырыуға ҡағылышлы сараға килмәгән егеттәргә ҡарата административ эш ҡуҙғатыла һәм улар яуаплылыҡҡа тарттырыла. Икенсенән, иҫәп реестрындағы электрон саҡырыу ҡағыҙы буйынса граждан хәрби комиссариатҡа килмәһә, уға бының өсөн ваҡыт бирелә. Әгәр ҙә ошо ваҡыттан файҙаланмаһа, билдәләнгән осорҙа килмәһә, уға ҡарата сикләүҙәр индерелә – Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу, транспортҡа идара итеү тыйыла, шәхси эшҡыуар булып теркәлеүгә сик ҡуйыла һәм башҡалар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби хеҙмәттән ҡурҡып, ҡасып йөрөгәндәр бар. Хәрби хеҙмәт тураһындағы ҡануниәтте үтәмәгәндәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, штрафтар һалына, уларҙың күләме 25 мең һумға тиклем. Былтыр беҙҙең комиссариат буйынса хәрби хеҙмәттән ҡасып йөрөгән 10-дан ашыу граждан енәйәт яуаплылығына тарттырылды. Ошо йүнәлештә ҡаланың әүҙем эшләгән Октябрь районының тәфтиш органдарына рәхмәт белдерәбеҙ. Быйыл дә бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ундай егеттәр енәйәт яуаплылығына тарттырылһа ла, хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡотола алмай.

Төрлө сәбәп табып, 30 йәшкә тиклем хәрби хеҙмәттән тайпылып йөрөгәндәргә йәше тулһа ла хәрби билет бирелмәй, белешмә генә аласаҡтар – был уларҙың хәрби хеҙмәттән нигеҙһеҙ тайпылыуын күрһәтәсәк.

Шулай уҡ йәштәре 30-ға яҡынлашҡан егеттәр араһында ла хеҙмәт итергә теләк белдергәндәр бар. Мәҫәлән, ошо саҡырыу барышында 27 йәше тулған бер нисә егетте хеҙмәт итергә ебәрҙек. Улар ҙа, башҡалар кеүек үк, үҙҙәренең Конституцияла ҡаралған хәрби бурысын үтәй.

– Электрон саҡырыу ҡағыҙын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә инде?

– Тәүҙә хәрби комиссариатҡа килергә тейешле егеттәрҙе, уларҙы саҡырыуҙың сәбәбен, ваҡытын асыҡлайбыҙ, шунан һуң ғына электрон саҡырыу ҡағыҙын адресаттарға ебәрәбеҙ. Саҡырыу ҡағыҙы граждандың электрон почтаһына барғас, тапшырылған тип иҫәпләнә һәм ул кеше хәрби комиссариатҡа мотлаҡ килергә тейеш.

Электрон саҡырыу ҡығыҙын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Киләсәктә лә Берҙәм хәрби иҫәп реестрын әүҙем файҙаланасаҡбыҙ.

– Армияға саҡырылған егеттәрҙең физик әҙерлеге, һаулыҡ торошо ниндәй кимәлдә?

– Егеттәр төрлө урындан, уҡыу йорттарынан килә, шуға күрә лә улар физик әҙерлек һәм яңы мөхиткә яраҡлашыу кимәле буйынса бер-береһенән айырыла. Һаулыҡтарына бәйле мәсьәләләр булһа, медицина тикшеренеүе үткәндәрендә үк асыҡлана. Физик әҙерлектәренә килгәндә, ГТО системаһы буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының ҡаҙаныштары булһа, ул да иҫәпкә алына. Дөйөм алғанда, егеттәрҙең һаулығы тотороҡло, ул күрһәткес йылдан-йыл насарая, тип әйтеп булмай.

Ата-әсәләргә, егеттәргә кәңәшебеҙ – хәрби саҡырыуға бәйле саралар буйынса хәрби комиссариатҡа килергә ҡурҡмаһындар. Ниндәйҙер сәбәп менән һеҙгә саҡырыу ҡағыҙы килмәһә, статусығыҙҙы белеү һәм артабан ҡарар ҡабул итеү өсөн үҙегеҙгә хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

– Һаулыҡтары, донъяға һәм дини ҡараштары буйынса альтернатив хеҙмәт итеү мөмкинлегенән файҙаланған егеттәр бармы?

– Хәрби комиссариат һәм саҡырыу комиссиялары ғәмәлдә булған ҡануниәт нигеҙендә эшләй, йәғни барлыҡ саҡырылған егеттәрҙең һаулығы тикшерелә һәм сәләмәтлектәре, һөнәри-психологик сифаттары буйынса төрлө төрҙәге частарға бүленә. Мәҫәлән, һаулығы яҡшы, юғары һөнәри-психологик әҙерлек күрһәткестәре булған егеттәр диңгеҙ пехотаһы, махсус тәғәйенләнештәге частарға ебәрелә. Һаулыҡтары буйынса сикләүҙәр булған, әммә хеҙмәт итеүгә яраҡлы граждандар, физик тороштарына ярашлы, башҡа хәрби частарға оҙатыла.

– Илебеҙ махсус хәрби операция алып барылған шарттарҙа йәшәй. Был ҡайһы бер ата-әсәләрҙә улдарының яҙмышы өсөн борсолоу ҙа тыуҙыра...

– Махсус хәрби операция башланғас та, Рәсәй Федерацияһы оборона министрының ваҡытлы саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән граждандарҙың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәүе хаҡында ҡарары сыҡты. Ул ғәмәлдә ҡала һәм Рәсәй Федерацияһы Хәрби көстәренең барлыҡ вазифалы кешеләре уны үтәй.

– Шул уҡ ваҡытта хәрби комиссариаттар махсус хәрби операцияға ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлек алып бара...

– Эйе, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеү өсөн контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә алыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Айырым категорияны ошо уҡ маҡсатта “Барс”ҡа йыябыҙ. Быйыл беҙҙең хәрби комиссариат Октябрь һәм Совет райондары хакимиәттәре менән берлектә ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарҙы. Һөҙөмтәлә йөҙәрләгән ирекмән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә юлланды.

– Яңы йылдан Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы йыл һуҙымында үткәреү тураһында закон көсөнә инә. Ошо хаҡта ентекләп аңлатһағыҙ ине.

– Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде һәм 2026 йылдың 1 ғинуарынан медицина тикшереүе һәм саҡырыу комиссияһының эше йыл буйы алып барыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта хәрби хеҙмәткә саҡырыу йылына ике тапҡыр – 1 апрелдән 15 июлгә тиклем һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем тормошҡа ашырыласаҡ. Шуны ла билдәләргә кәрәк, быйыл яҙ хәрби саҡырылышҡа ҡағылышлы ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, саҡырыу комиссияһының ҡарары йыл дауамында ғәмәлдә ҡала.

– Белеүебеҙсә, хәрби комиссариаттар урта һәм юғары хәрби уҡыу йорттарына кандидаттарҙы йыйыу менән дә шөғөлләнә. Тормошон хәрби эшкә арнарға теләгән йәштәребеҙ күпме?

– Йыл да егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы хәрби уҡыу йорттарына йыйыу өсөн һайлау үткәрәбеҙ. Конкурс бик етди, уҡырға ингән саҡта ла һынау үтәләр, Берҙәм дәүләт имтиханының һөҙөмтәләре лә иҫәпкә алына. Быйыл беҙҙең хәрби комиссариаттан бер нисә тиҫтә үҫмер һәм ҡыҙ һайлап алынды, улар РФ Оборона министрлығының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде.

Кандидаттар буйынса эште сентябрҙә үк башланыҡ, мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар менән эшләйбеҙ. Сәләмәтлектәрен билдәләү өсөн медицина тикшереүе үткәрәбеҙ. Һаулыҡтары һәм физик әҙерлек тороштары буйынса ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эше алып барыла. Ҡышын иһә кандидаттарға документтар тупларға ярҙам итәбеҙ һәм уларҙы хәрби вуздарҙың конкурс комиссияларына ебәрәбеҙ. Документтарҙы ғинуар-февралдә үк йыя башларға кәрәк. Шуны ла әйтергә кәрәк, хәрби уҡыу йортонда белем алған курсанттар тулыһынса дәүләт тарафынан тәьмин ителә – уларҙы ашаталар, кейендерәләр, йәшәргә урын бирәләр, матди дәртләндереү ҙә ҡаралған.

– Әле хәрби комиссариаттар ниндәй шарттарҙа эшләй?

– Махсус хәрби операция шарттарында хәрби комиссариаттар бығаса булмаған ҙур йөкләмә менән эшләргә мәжбүр. Ҡайһы саҡта эштә һуңға тиклем ҡалалар, ял көндәрендә лә дежур итәләр, шуға күрә ошо көсөргәнешлеккә бирешмәгән хеҙмәткәрҙәребеҙгә ҙур рәхмәт!

Рәмилә МУСИНА фотоһы.