Ҡыуаныслы хәбәрҙе республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы Куҫа ҡалаһында үтте. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар слалом-гигантта ярышты. Башҡортостан спортсыһы Тәнзилә Исраилова йәнә пьедесталға күтәрелде, көмөш миҙал яуланы. Быйыл яҙ ул тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогы финалында еңеүсе булғайны.
⛷🥈Белореттан тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова Рәсәй кубогы этабында икенсе урынды алды
25 декабря 202525 дек 2025
~1 мин