Найти в Дзене

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы

"Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: өс литр һөткә бер ҡап эремсек, бер стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма өс-дүрт сәғәт тирәһе яй ғына утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ – үкенмәҫһегеҙ", - тип үҙенсәлекле генә рецепт менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гөлсинә Иҙрисова. Әйткәндәй, был рецепттың тағы бер үҙенсәлеге шунда: уны ҡала кибетендә һатылған һөттән дә эшләргә мөмкин, тик һөттөң ҡуйылығы 3,2 - 4 проценттан да кәм булмаһын. Әлбиттә әҙер эремсекте ашаған саҡта, үҙегеҙгә оҡшағанса, аҡ май, шәкәр бутап ашарға ла мөмкин. Фото: Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы чатынан. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Оглавление
    Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы
Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы

Ҡыҙыл эремсек эшләүҙең еңел генә рецебы

Был рецептың тағы бер үҙенсәлеге шунда: уны ауыл һөтөнән дә, ҡала кибетендә һатылған һөттән дә эшләргә мөмкин

"Ҡыҙыл эремсекте һөттән генә яһайым: өс литр һөткә бер ҡап эремсек, бер стакан шәкәр ҡомо һалам. Ошо ҡатнашма өс-дүрт сәғәт тирәһе яй ғына утта ҡайнап ултыра. Бер ниндәй тоҙ ҙа, май ҙа, йомортҡа ла кәрәк түгел. Шул хәтлем тәмле, йомшаҡ була. Гөбәҙиәгә лә шуны һалам. Яһап ҡарағыҙ – үкенмәҫһегеҙ", - тип үҙенсәлекле генә рецепт менән уртаҡлашты социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Гөлсинә Иҙрисова.

Әйткәндәй, был рецепттың тағы бер үҙенсәлеге шунда: уны ҡала кибетендә һатылған һөттән дә эшләргә мөмкин, тик һөттөң ҡуйылығы 3,2 - 4 проценттан да кәм булмаһын. Әлбиттә әҙер эремсекте ашаған саҡта, үҙегеҙгә оҡшағанса, аҡ май, шәкәр бутап ашарға ла мөмкин.

Фото: Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы чатынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!