Интернетта йыш ҡына "Иң көслө доға" тип доғалар һалалар. Бер доға икенсеһенән көслөрәк була аламы? Доғалар араһында шундай дәрәжәгә бүлеү бармы ул? Нурмөхәмәт Нуриев, дин белгесе: - Доғалар көслө-көсһөҙгә, дәрәжәле-дәрәжәһеҙгә бүленмәй. Мәҫәлән, ниндәй ағас иң яҡшыһы, тип һорағанда, һәр кем ҡайҙа тыуып үҫеүенә, ниндәй ағасты оҡшатыуына ҡарап яуаплаясаҡ. Урман кешеһе - ҡарағай, тауҙыҡылар - шыршы, берәүҙәр ҡайын, икенселәр имәндең иң шәбе булыуын иҫбатлар. Әммә ул ағастар барыһы ла бер маҡсат менән яратылған донъяға. Доғалар ҙа шулай уҡ. Бары уларҙың һәр кемгә үҙ тәьҫире булырға мөмкин. Кемдер бер доғаны бик ауыр ваҡытында уҡый ҙа, уға еңеллек килә, кемдер нимәгәлер мохтаж булып, икенсене ятлай һәм теләгәнен ала. Улар быны айырыуса ихласлыҡ менән башҡара. Һәм бына шул ихласлыҡтары, Аллаһҡа һыйыныуҙары әлеге доғаларын "иң көслөһө" итеп күрһәтә лә инде. Был хәл мәсеттәр менән дә булып ҡуя. Берәүҙәр "Туҡай мәсете иң шәбе" ти, икенселәр "Ләлә мәсетенә йөрө", өсөнсөләр "Дим биҫтәһенеке иң дө