Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Инвестиция сәғәте "ндә сәнәғәт һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар хупланды

11 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» тәртибендә республика Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттәге һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды. Стәрлетамаҡ бизнес-шерифы Айнур Юнысов эшлекле берләшмә менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул республикала булдырылған проекттарҙы оҙатыу системаһының һөҙөмтәлелеген һәм ҡала үҫешендәге иҡтисади ролен юғары баһаланы. Билдәләп үтергә кәрәк, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 245 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостан етәксеһе Стәрлетамаҡтың бизнес-берләшмә менән бәйләнештәр булдырыуҙағы уңышлы тәжрибәһен билдәләне. – Эшҡыуарҙар менән эшләүҙең төп алымдары – ул системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотоу, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Стәрлетамаҡта ҡала үҫеше менән ҡыҙыҡһынған үҙенсәлекле эшҡыуарлыҡ мөхите бар. *** «Барвиха» компанияһы директоры Жанна Ғосманова Өфө
Оглавление
    “Инвестиция сәғәте "ндә сәнәғәт һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар хупланды
“Инвестиция сәғәте "ндә сәнәғәт һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар хупланды

“Инвестиция сәғәте "ндә сәнәғәт һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар хупланды

Республика Инвестиция комитетының сираттағы ултырышы булды

11 декабрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» тәртибендә республика Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда сәнәғәттәге һәм туризм өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.

Стәрлетамаҡ бизнес-шерифы Айнур Юнысов эшлекле берләшмә менән үҙ-ара эш итеү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Ул республикала булдырылған проекттарҙы оҙатыу системаһының һөҙөмтәлелеген һәм ҡала үҫешендәге иҡтисади ролен юғары баһаланы. Билдәләп үтергә кәрәк, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 245 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан етәксеһе Стәрлетамаҡтың бизнес-берләшмә менән бәйләнештәр булдырыуҙағы уңышлы тәжрибәһен билдәләне.

– Эшҡыуарҙар менән эшләүҙең төп алымдары – ул системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотоу, – тип билдәләне Радий Хәбиров. - Стәрлетамаҡта ҡала үҫеше менән ҡыҙыҡһынған үҙенсәлекле эшҡыуарлыҡ мөхите бар.

***

«Барвиха» компанияһы директоры Жанна Ғосманова Өфө районында металл конструкциялар эшләү цехын төҙөү проектын тәҡдим итте. Етештереү һәм склад корпустарын төҙөүгә, шулай уҡ технология ҡорамалдары һатып алыуға инвестор 220 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй. Яңы цехты сафҡа индереү 20 эш урыны булдырырға ярҙам итергә тейеш. Республиканың инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға өҫтөнлөклө статус бирҙе.

***

Иглин районында һалҡын асфальт етештереү буйынса завод төҙөү планы тураһында «АТМ» компанияһы директоры Татьяна Левина һөйләне. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы булышлығында инвестор төҙөлөш өсөн майҙанды һайлаған һәм кәрәкле проект документацияһын әҙерләгән. Башланғысты тормошҡа ашырыуға 97 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Башҡортостан инвестиция комитеты проектты хупланы һәм уға һалымға ташламаға хоҡуғы булған өҫтөнлөклө проект статусы бирҙе.

***

«Континент» компанияһының генераль директоры Венер Кейекбирҙин Баймаҡ районында «Хутор» ҡунаҡхана комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. 100 квадрат метр майҙанлы 10 корпус, шулай уҡ административ бина һәм ике тирмә төҙөү ниәтләштерелә. Был маҡсатҡа 50 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бынан алда әлеге башланғыс районда үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хупланған. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проектҡа өҫтөнлөклө статусы бирелде.

***

Ултырышта шулай уҡ Архангел районында «Инйәр һыуы» ял базаһын төҙөү планы ҡаралды. Уның менән “Голд-продукт” компанияһы ойоштороусыһы Дмитрий Недорезков таныштырҙы. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 49,9 миллион һум. Турбаза төҙөү 10 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә. Был башланғыс та хуплау алып, ярҙам саралары сифатында өҫтөнлөклө проект статусына эйә булды.

Сығанаҡ: glavarb.ru/ru/news/...

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

-2