"Ислам дине йырларға, бейергә рөхсәт итәме?" тигән һорауҙы йыш ишетергә тура килә. Дин белгесе Морат хәҙрәт Лоҡманов бына ниндәй аңлатма бирә: - Бында "Рөхсәт итә" йә "Рөхсәт итмәй" тип ҡырҡа ғына яуап биреү дөрөҫ булмаясаҡ. Кешелек йәшәйешендә тыйылған әйберҙәр була, тыйылмағандары була. Тыйылмағанды тыйып йөрөү ул шулай уҡ тыйылғанды рөхсәт итеүгә, йәғни гонаһҡа тиң. Шунлыҡтан, тыйыу өлкәһендәге "белемселектән" дә һаҡ булырға кәрәк. Йыр-бейеүгә лә төрлө яҡтан ҡарайһың. Уның да урыны, ваҡыты һәм мәғәнә үҙенсәлеге бар. Алайыҡ, үҙебеҙҙең халыҡ ижады өлгөләрен. Улар борондан, милләттең төрлө кисерештәре, тарихи үткәне һәм башҡа хәл-торошо ағымында барлыҡҡа килгән, халыҡ шуларҙы башҡарып, күңел йыуатып, күңел күтәреп йәшәй белгән. Һәм ни өсөн ул дин сиктәрендә тыйылырға тейеш һуң әле? Мәҫәлән, матур итеп йыуылған таҙа өйгә аҡылы, әҙәбе булған кеше мотлаҡ аяҡ кейемен һалып ҡына инә. Шуның кеүек, дингә килгән кеше лә һәр ғәмәлен, йыр-бейеү булһынмы, башҡа нәмәме, тейешле тәртип сиктәренән с